Обычный вид

Эш сәфәрҙәре 

14.10.2012 16:04:00
Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Мордовия Республикаһында булды
14 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге рәсми делегация Мордовия Республикаһында булды. Саранск аэропортында уны Мордовия башлығы Владимир Волков ҡаршы алды, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
12.10.2012 17:00:00
Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Сибайҙа булды
12 октябрҙә Башҡортостан Президенты эш сәфәре менән Сибайҙа булды, унда ҡаланың 57 йыллығы билдәләнде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
10.10.2012 16:55:00
Рөстәм Хәмитов «Өфө–Аэропорт» юлында үткәрелгән ремонт эштәренән ҡәнәғәт ҡалды
«Өфө–Аэропорт» юлы ике йүнәлештә лә алты һыҙатлы буласаҡ. Был хаҡта 10 октябрҙә, ремонт эштәренән һуң республика трассаһын ҡабул итеп, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.
06.10.2012 16:38:00
Башҡортостан Президенты: «Хәҙер Октябрьский нефтселәр төбәге генә түгел, хәйриә баш ҡалаһы ла»
— Октябрьский изге күңелле кешеләр ҡалаһына әйләнергә тейеш, — тип белдерҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Октябрьскийҙа үткән Хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса республика советының күсмә ултырышында. – Был ҡала беренсе булып хәйриә марафонын үткәрә башланы.
26.09.2012 16:33:00
Республика Президенты «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһын реконструкциялау барышы менән танышты
Өфөнөң «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында корпустарҙы һәм административ биналарҙы реконструкциялау дауам итә. Объекттағы эш барышы менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов танышты.
15.09.2012 16:08:00
Республика Президенты «Бөрө алмаһы» төбәк-ара фестивале сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Бөрө алмаһы» төбәк-ара фестивале сиктәрендә республиканың бәләкәй һәм урта ҡалаларын үҫтереү мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты.
12.09.2012 15:59:00
Рөстәм Хәмитов Йәрмәкәй районында булды
12 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Йәрмәкәй районындағы бер нисә ауыл хужалығы предприятиеһында булды, Йәрмәкәй ауылын үҫтереү буйынса пландар менән танышты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
16.07.2012 16:24:02
Рөстәм Хәмитов Тәтешле районында «Тыуған ауылым» байрамында
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Тәтешле районының Аҡсәйет ауылында «Тыуған ауылым» республика халыҡ байрамында ҡатнашты.
16.07.2012 15:42:27
Башҡортостан Президенты Белоретта байрам сараларында ҡатнашты
Белоретта ҡалаға 250 йыл тулыуға, Белорет металлургия комбинатының 250 йыллығына һәм Металлургтар көнөнә арналған байрам саралары үтте. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
12.07.2012 17:16:07
Рөстәм Хәмитов Благовар районындағы сусҡасылыҡ комплексы төҙөлөшөн ҡараны
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 12 июлдә Благовар районындағы ике өҫтөнлөклө инвестиция проектының нисек тормошҡа ашырылыуын тикшерҙе.
18.06.2012 14:14:50
Рөстәм Хәмитов «Салауат йыйыны–2012» байрамында ҡатнашты
Шәмбе 16 июндә Салауат районында бер юлы ике ҙур тантаналы сара үтте. Ҡаратаулы ауылы янында үткәрелгән «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамында һәм яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға ҡарата ойошторолған һабан байрамында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
14.06.2012
Башҡортостан Президенты Минск трактор заводында булды
14 июндә Белоруссияға эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Минск трактор заводында булды. Республика башлығы йыйыу цехы эшмәкәрлеге мнән танышты, шулай уҡ әҙер продукция өлгөләрен ҡараны.
14.06.2012
Рөстәм Хәмитов Александр Лукашенко менән осрашты
14 июндә Беларусь Республикаһы Президенты резиденцияһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Александр Лукашенко менән осрашыуы үтте.
14.06.2012
Башҡортостан башлығы Белоруссияның «Белкоммунмаш» предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты
14 июндә Беларусь Республикаһына эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Белкоммунмаш» холдингы идара компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең производство майҙансыҡтарында булды.
14.06.2012
Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Беларусь Республикаһына килде
14 июндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге рәсми делегация Беларусь Республикаһына килде. Минск аэропортында төбәк башлығын Беларусь Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Илсеһе Андрей Кобяков һәм Беларусь Республикаһы архитектура һәм төҙөлөш министры Анатолий Ничкасов ҡаршы ...
25.05.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Благовещен районында булды
Кесаҙна, 24 майҙа, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Благовещен районында булды.
20.05.2012
Рөстәм Хәмитов газ шартлауынан зыян күргән Приют халҡына яңы йорттан асҡыстар тапшырҙы
Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында 2012 йылдың 28 ғинуарында газ шартлауынан зыян күргәндәр өсөн күп фатирлы торлаҡ йорт сафҡа индерелде.
02.04.2012
Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Күгәрсен һәм Мәләүездә булды
31 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Күгәрсен һәм Мәләүез райондарында булды.
02.04.2012
Рөстәм Хәмитов Приют ҡасабаһында булды
30 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында булды.
26.03.2012
Рөстәм Хәмитов Бөрйән районында булды
24 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Бөрйән районында булды, районды социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
02.03.2012
Рөстәм Хәмитов Иглин районындағы «Дельфин» бассейнын асыу тантанаһында ҡатнашты
2 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Иглин районына эш сәфәре барышында «Дельфин» бассейнын асыу тантанаһында ҡатнашты.
13.02.2012
Рөстәм Хәмитов Балаҡатай районында булды
10 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Балаҡатай районында булды.
31.01.2012
Рөстәм Хәмитов Приют ҡасабаһындағы торлаҡ йортта газ шартлау һөҙөмтәһендә зыян күргән кешеләр менән осрашты
29 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында булды. Республика башлығы газ шартлау һөҙөмтәһендә емерелгән йортто ҡараны, ҡазаға тарығандар менән осрашты, һәләк булғандарҙың ғаиләләренең ҡайғыһын уртаҡлашты.
30.01.2012
Рөстәм Хәмитов Сибайҙың социаль һәм сәнәғәт объекттарында булды
28 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Сибай ҡалаһында булды, унда ул ҡаланың социаль һәм сәнәғәт объекттарын ҡараны.
30.01.2012
Рөстәм Хәмитов Асҡын районында булды
27 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Асҡын районында булды. Эш сәфәре барышында төбәк башлығы социаль өлкә объекттарының торошон тикшерҙе һәм территорияны социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе.
23.01.2012
Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Әбйәлил районында булып ҡайтты
21 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Әбйәлил районында булып ҡайтты.
23.01.2012
Рөстәм Хәмитов Белорет ҡалаһында булды
21 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Белорет ҡалаһында булды. Республика башлығы «Морат» тау саңғыһы үҙәгендә комплекстың инфраструктураһы менән танышты.
16.01.2012
Башҡортостан Президенты Нуриман районының социаль һәм етештереү объекттары менән танышты
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 14 ғинуарҙа эш сәфәре менән Нуриман районында булды. Республика башлығы урындағы предприятиеларҙың етештереү эшмәкәрлеге менән танышты һәм социаль инфраструктура объекттарын тикшерҙе.
25.11.2011
Башҡортостан Президенты «Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм территориялар – үҫеш нөктәләре» форумын асты
Башҡортостан – Рәсәй иҡтисады флагмандарының береһе булып тора, тик әлегә ул яй бара, — тине республика Президенты, Стәрлетамаҡта «Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм территориялар – үҫеш нөктәләре» форумын асып, Рөстәм Хәмитов бөгөн киләсәк өсөн көрәш барыуын билдәләне.
24.11.2011
Рөстәм Хәмитов Күгәрсен районында ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашты
24 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мораҡ ауылында республиканың көньяҡ райондары — Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Федоровка, Хәйбулла, Учалы райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары менән сираттағы осрашыу үткәрҙе. Республика ...