Обычный вид

Эш сәфәрҙәре

03.07.2020 12:25:00

Кушнаренко районына эш сәфәре

3 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Кушнаренко районы буйлап эш сәфәре барышында Әхмәт ауылындағы «Столыпин» агрокомплексы биләмәһендә булды. Ул тулы цикллы еләк-емеш хужалығы. Компанияның коммерция директоры Радмир Ғәлиев һүҙҙәренсә, хужалыҡ лицензиялы килешеүҙәр төҙөгән һәм Рәсәйҙең алдынғы селекция институттары, предприятиелары менән хеҙмәттәшлекте яйға һалған.

Бында республиканың климат зонаһы өсөн яраҡлы еләк-емеш культураларының 150-нән ашыу сорты үҫтерелә. Улар иҫәбендә – ҡайын еләге, ҡарағат, крыжовник, арония, ҡурай еләге, гөлйемеш, женьшень, алма, груша, маньчжур сәтләүеге.

Компанияның маҡсаты – Рәсәйҙә иң эре еләк-емеш хужалығы булыу, шулай уҡ районда «Восход» баҡсаһын тергеҙеү, уның нигеҙендә агропарк булдырыу.

–     Беҙ «Ауыл сәғәте»н үткәрә башланыҡ, иттең кәштәгә нисек эләгеүен, еләк-емештәр етештереүҙең нисек яйға һалыныуын ҡарай башланыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Маҡсат ошондай хужалыҡтарҙы тергеҙеү, ошондай егеттәр өсөн ниндәй ярҙам сараларын ҡарарға кәрәклеген өйрәнеү.  

 

 

 

***

Эш сәфәре барышында республика етәксеһе Кушнаренкола янғын часы төҙөлөшө менән танышты. Урындағы халыҡ социаль селтәрҙәр аша район поликлиникаһы торошона иғтибар итеүҙе һорай. Радий Хәбиров шулай уҡ объекттың техник торошо менән танышты, медицина белгестәре менән аралашты. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығына яңы поликлиника төҙөү һәм әлегеһен модернизациялау буйынса тәҡдимдәр индеререгә ҡушты. Дауалау учреждениеһын мотлаҡ тәртипкә килтерәсәктәре тураһында белдерҙе.

Республика етәксеһе шулай уҡ «Горский» балалар һауыҡтырыу лагеры менән танышты. Ул Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан. Радий Хәбиров коронавирус буйынса сикләүҙәр тамамланғандан һуң эш башлауға етди әҙерләнергә ҡушты. Балаларҙың сәләмәтлеген тәьмин итеү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлергә кәрәклеген һыҙыҡ аҫытна алды.

Эш сәфәре барышында Республика Башлығы район үҙәгендә Советтар Союзы Геройы Валентин Паширов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркын ҡараны. Ул күләмле реконструкциянан һуң асылған. Төҙөкләндереү эштәре өсөн «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә дөйөм алғанда 8 млн һум күләмендә аҡса бүленгән. Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиззәтуллин әйтеүенсә, хәҙер был парк урындағы халыҡтың яратҡан ял урыны. Әлеге мәлдә Күшнаренкола йәнә үҙәк майҙан төҙөкләндерелә. Биләмәнең үҫеш концепцияһын Өфө дәүләт нефть-техник университетының төҙөлөш институты һәм Ҡала төҙөлөшөн тикшереү һәм проекттар үҙәге әҙерләгән.  «Заманса ҡала мөхите» программаһы сиктәрендә проектты тормошҡа ашырыу өсөн 10 млн һум аҡса бүленгән.

-      Проект үҙенсәлекле һәм халыҡ өсөн бик кәрәкле, – тине Радий Хәбиров. –Үҙәк майҙанды төҙөкләндереү эшен был йылдың аҙағына тиклем йомғаҡларға кәрәк. Эштәр  тамамланғас яңынан килермен.

Артабан төбәк етәксеһе район хакимиәте башлығы менән Кушнаренко районын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Радий Хәбиров муниципаль берәмек иҡтисади һәм социаль сәйәсәт йүнәлешендә ыңғай һөҙөмтәләргә ирешеүен һыҙыҡ аҫтына алды.

-      Үҫеш юлындағы райондарҙа булыу оло кинәнес, бында эшсән халыҡ йәшәй, шуға ла тап урындағы кешеләр менән йышыраҡ аралашырға кәрәк, улар менән мәсьәләләрҙе уртаҡ хәл итеү мөһим, – тине Радий Хәбиров.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter