Обычный вид

Эш сәфәрҙәре

28.01.2020 10:33:00

Миәкә районына эш сәфәре

28 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Миәкә районында булды. Төбәк етәксеһе етештереү һәм ауыл хужалығы предприятиелары, спорт һәм мәҙәниәт учреждениелары эше менән танышты. Шулай уҡ урындағы халыҡ һәм район хакимиәте башлығы менән биләмәне үҫтереү перспективаһы тураһында фекер алышты.

***

Миәкәтамаҡ ауылында Радий Хәбиров «Маяҡ» ауыл хужалығы предприятиеһында булды. 2007 йылдан алып ул бөртөклө, техник  һәм башҡа ауыл хужалығы культураларын үҫтереү, малсылыҡ менән шөғөлләнә. Предприятие йыл һайын хужалыҡты үҫтереү өсөн инвестициялар йәлеп итә, былтыр ғына  ошо маҡсатҡа 25 млн һум аҡса йүнәлтә. Хужалыҡ республикала эшләп килгән программалар сиктәрендә ярайһы ҙур ярҙам ала.

–       Ауыл хужалығы министрлығында һатып алынған техника, ҡорамалдар, шул иҫәптән һөт заводын субсидиялау өсөн төрлө программалар бар. Аграрийҙар ошондай ярҙам булыуына һәр саҡ рәхмәт белдерә, – тип билдәләне төбәк етәксеһе. – Хәҙер ошо тәжрибәне беҙ еңел сәнәғәт тармағына ла күсерергә теләйбеҙ.

Предприятие директоры Рөстәм Тажетдинов әйтеүенсә,  «Маяҡ» хужалығы етештергән ит һәм һөт продукцияһы Мәскәүҙән Себергә тиклем «Башнефтегеофизика» предприятиеһы ашханаларын тәьмин итә. Предприятие хужалыҡтың учредителе булып тора.

***

«Үҙәк» МТС-тың Миәкә филиалы – иң эре республика ауыл хужалығы предприятиеларының береһе. Ул үҙ эсенә Стәрлебаш һәм Фёдоровка бүлексәләрен ала һәм етештереү күрһәткестәре буйынса МТС филиалдары араһында беренсе урынды биләй. Машина паркы даими яңыртылып тора, бөгөн унда йәмғеһе 188 берәмек техника һәм ҡорамал иҫәпләнә. Улар үҙ биләмәлерен эшкәртеү менән генә сикләнмәй, башҡа район хужалыҡтарын да хеҙмәтләндерә. Радий Хәбиров техника өлгөләре менән танышты, дәүләт ярҙамы алыу-алмауҙары тураһында белеште.

Ошонда уҡ республика етәксеһе Миәкә районының ауыл хужалығы предприятиеһы етәкселәре менән осрашты. Улар ҡорамалдар һәм һәм ашлыҡ һатып алыу өсөн субсидия, һалым, банк кредиттары, ауылдарҙа социаль өлкә һәм инфраструктураны яҡшытрыу темалары буйынса фекер алышты.

 

***

Родниковка ауылында Радий Хәбиров «СтройМаркет» компанияһының етештереү базаһында булды. Предприятие 2010 йылдан алып төҙөлөш материалдарын күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу, шулай уҡ ауыл хужалығы һәм махсус техниканы ремонтлау менән шөғөлләнә.

Тағы ла бер йүнәлеш – ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн контейнерҙар эшләү, контейнер майҙансыҡтарын төҙөкләндереү. Төбәк етәксеһе улар етештергән контейнерҙар өлгөләре менән танышты. Предприятие киләсәктә магазин һәм тимер-бетон изделиялар етештереү цехы асырға теләй. Өҫтәмә 40 эш урыны булдырыу күҙаллана.

 

***

Ҡырғыҙ-Миәкә ауылының «Көньяҡ» микрорайонында 80 урынға иҫәпләнгән башланғыс мәктәп һәм 60 урынға балалар баҡсаһы төҙөләсәк. Проект эштәре быйыл башлана, төҙөлөш эштәре 2021 йылға планлаштырыла. Урындағы халыҡ менән аралашҡандан һуң Радий Хәбиров шундай күрһәтмә бирҙе.

Хакимиәт башлығы Ришат Аҡтуғанов әйтеүенсә, был микрорайонда шәхси төҙөлөш өсөн 777 ер бүлеме ҡаралған. 700-ҙө бүленгән, уларҙың 550-һе ташламалы категорияға ҡараған граждандаға иҫәпләнгән. Бөгөнгә биләмәлә 200-гә яҡын йорт күтәрелгән. Һыу үткәрелгән, электр һәм газ селтәрҙәрен һуҙыу дауам итә. Юлға ҡырсын түшәлгән, быйыл яҡтыртыу ҡорамалдары урынлаштырыу күҙаллана.

***

Радий Хәбиров ошо көндәрҙә үҙенең 95 йәшен билдәләүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Феодосия Пашинаның йортона һуғылды.

Феодосия Митрофановна 1944 йылда фронтҡа китә. Йәш ҡыҙ Украина, Молдавия, Бессарабия, Румыния, Венгрия, Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай, 1945 йылдың аҙағында тыуған яғына әйләнеп ҡайта.

–       Феодосия Митрофановна Пашина – үҙ йәнен йәлләмәй фронтҡа киткән, тыуған илде һаҡлап ут эсенә ингән ҡаһарман ветерандарыбыҙҙың береһе. Үкенескә улар көндән-көн һирәгәйә, – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге шәхси битендә.

Төбәк етәксеһе һуғыш ветеранына ныҡлы һаулыҡ теләне һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан Өфөлә үтәсәк байрам сараларына саҡырҙы.

 

***

«Миәкә» спорт-һауыҡтырыу комплексында Радий Хәбиров  йәш спортсылар менән аралашты, күнекмәләр мәлен ҡараны, комплекстағы шарттар менән танышты. Ошонда уҡ спорт мастеры, милли көрәш буйынса донъя чемпионы, Садовый һәм Ҡаран-Ҡонҡас ауылдарында тренер булып эшләүсе Айгиз Зәйнетдинов менән аралашты.

–       Беҙ «Ауыл тренеры» тигән программа әҙерләйбеҙ, ауыл балалары менән шөғөлләнер өсөн белгестәр ҡайтһын өсөн,– тине Радий Хәбиров. – Быйыл 100 грант бүләсәкбеҙ. Әммә был эштең башы ғына.

 

***

Район үҙәгендә республика етәксеһе Ғәлинур Бохараев исемендәге паркта булды. Ул урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса төҙөкләндерелгән. Былтыр Ҡырғыҙ-Миәкәлә тыуып үҫкән Ғәлинур Бохараевҡа бюст ҡуйыла. Ул Советтар Союзы Геройы Муса Йәлилдең фекерҙәше була һәм 1944 йылда уның менән бергә фашистар тарафынан язалап үлтерелә. Ошо уҡ паркта Чечняла хәрби бурысын үтәгән һалдаттарға мемориал ҡуйылған.

Радий Хәбиров «Дан аллеяһы» скверын да ҡараны. Ул реконструкциянан һуң былтыр асыла. Башҡортостан Башлығы «Ҡала мөхите» программаһы сиктәрендә атҡарылған эштәр менән танышты.

Радий Хәбиров яугирҙарҙы иҫкә алып һәйкәлдәргә сәскәләр һалды.

***

Республика етәксеһе «Миәкә балыҡ компанияһында» ла булды. Был предприятие 25 йылдан артыҡ эшләй. Улар Башҡортостанды һәм күрше төбәктәрҙе диңгеҙ балығы менән тәьмин итә. Сыймал Алыҫ Көнсығыштан, шулай уҡ Исландия һәм Аргентинан килтерелә. Ойошма директоры Рөстәм Байтурин әйтеүенсә, компания бөгөн 30 төр ыҫланған һәм 40 төр тоҙланған продукция, 100-ҙән ашыу туңдырылған балыҡ төрө тәҡдим итә.

***

 

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә Миәкә районы үҙәгендә мәҙәниәт йорто ремонтлана. Ошо маҡстатҡа федераль, республика һәм урындағы бюджеттан 30 млн һум аҡса бүленә. Бында 26 ижади коллектив һәм 300 түңәрәк эшләп килә.

Радий Хәбиров был мәҙәниәт йорто Бөтә донъя фольклориадаһы ҡунаҡтарын ҡабул итәсәген белдерҙе. Әҙерлек эштәренә яуаплы ҡарарға ҡушты.

 

***

Республика етәксеһе «Миәкә һөт заводы» менән бәйле сетерекле хәлде шәхси контролгә алды. Был хаҡта ул предприятие эшселәре менән осрашҡанда белдерҙе.

Завод директоры Әмир Исхаҡов әйтеүенсә, ойошма ҡатмарлыҡтар кисерә. Предприятие һуңғы 10 көн дауамында продукция сығармай, быға һатып алыусылар иғтибар итеп тә өлгөргән. Эште яңынан тергеҙеү өсөн инвесторҙар менән һөйләшеүҙәр алып барыла, әммә әлегә аныҡ һөҙөмтә юҡ.

Предприятиела 150 кеше эшләй. Улар Башҡортостан Башлығына ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.

Радий Хәбиров вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахмановҡа мәсьәләне ентекле өйрәнергә ҡушты, артабан һорау  «Инвестиция сәғәтендә» ҡараласағын белдерҙе.

***

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter