Обычный вид

Эш сәфәрҙәре

22.01.2020 16:28:00

Күмертау ҡалаһына эш сәфәре

22 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында Күмертау ҡалаһында булды.

***

Маячный ауылында республика етәксеһе 150 урынға иҫәпләнгән яңы балалар баҡсаһында булды. Ул уҙған йылдың декабрендә асылған. Ҡала хакимиәте башлығы Олег Фролов әйтеүенсә, элекке балалар баҡсаһы авария хәлендә була.

Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре менән аралашыу барышында Радий Хәбиров балалар туҡланыуы темаһына айырым туҡталып үтте. Ул ризыҡ әҙерләү өсөн сит илдән индерелгән итте ҡулланыуға ҡәтғи ҡаршы булыуын белдерҙе.

 

 

***

Күмертауҙа Башҡортостан Башлығы 4 182 урынға иҫәпләнгән «Шахтёр» стадионы төҙөлөшө менән танышты. Ул 2020 йылдың аҙағында сафҡа инер тип көтөлә. Ҡалала эшләп килгән «Юбилейный» физкультура-һауыҡтырыу комплексына иһә көн һайын 200-ҙән ашыу кеше йөрөй. Унда спорт, тренажерҙар залы, ҙур һәм бәләкәй бассейн, шулай уҡ грек-рим көрәше, фитнес-зал бар. Төрлө спорт секциялары эшләп килә. Төбәк етәксеһе ошо учреждение эшмәкәрлеге менән дә танышты.

 

***

Эш сәфәре һуңында Радий Хәбиров «Рәсәй вертолёттары» холдингына ингән Күмертау авиация етештереү предприятиеһының етештереү майҙандарын ҡараны.

1962 йылда ремонт-механика заводы нигеҙендә барлыҡҡа килгән КумАПП предприятиеһы вертолёттар етештерә һәм ремонтлай, шул иҫәптән дәүләт котракты сиктәрендә.

Завод коллективы үҙенең эшләү дәүерендә «Ка» маркалы хәрби, медицина, транспорт, ғәҙәттән тыш хәлдәр өсөн вертолёттар сығара, улар донъяның 30-ҙан ашыу дәүләтенә һатыла.

Радий Хәбиров етештереү цехтарын ҡараны, белгестәр менән аралашты, продукция өлгөләре менән танышты, ошонда уҡ предприятиены артабан үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter