Обычный вид

Эш сәфәрҙәре

21.01.2020 12:21:00

Ҡыйғы районына эш сәфәре

21 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ҡыйғы районында булды. Төбәк етәксеһе мәғариф һәм спорт учреждениелары эшмәкәрлеге менән танышты, шулай уҡ муниципаль берәмек активы менән осрашты.

 

***

Үрге Ҡыйғы ауылында Радий Хәбиров 2-се һанлы урта мәктәптә булды, унда бөгөн 564 бала белем ала. Мәктәп директоры Фәнил Сафин әйтеүенсә, былтыр белем биреү учреждениеһы «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә «Заманса мәктәп» федераль программаһына ҡушыла. Һөҙөмтәлә бында һанлы һәм гуманитар йүнәлештәр буйынса «Үҫеш нөктәһе» өҫтәлмә белем биреү үҙәге йыһазландырыла. Бынан тыш «Ҡанатлан» республика программаһы сиктәрендә стоматология кабинеты сафҡа индереләсәк.

Педагогик коллектив ҙур иғтибарҙы спортты үҫтереүгә лә бүлә. 2018 йылда Ҡыйғы уҡыусылары Үҫмерҙәр хоккей лигаһында Башҡортостан чемпиондары була. Ошо арала йәш спортсылар «КЭС-БАСКЕТ» мәктәп баскетболы лигаһы финалында беренсе урын яулай. Төбәк етәксеһе Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына командаларға төрлө кимәлдәге ярыштарға йөрөһөндәр өсөн тейешле ярҙам күрһәтергә ҡушты.

Директор Фәнил Сафин билдәләүенсә, мәктәптең фасад, ҡыйығын, туҡланыу блогын, яҡтыртыу системаһын ремонтлау, учреждениеның тирә-яғын төҙөкләндереү талап ителә. Радий Хәбиров тейешле күләмдә аҡса бүлергә ҡушты, ремонт эштәренә комплекслы ҡараш булырға тейешлеген һыҙыҡ аҫтына алды.

***

Район үҙәгендә балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбен ремонтлау эше дауам итә. Был республиканың төньяҡ-көнсығышында бассейны булған берҙән-бер спорт комплексы. Әммә йәй көнө бассейн эшләмәй, сөнки автоном йылытыу системаһы юҡ, вентиляция системаһы төҙөк булмау сәбәпле, бинала дымлылыҡ кимәле юғары була. Республика етәксеһе Ҡыйғы районына булған алдағы эш сәфәре барышында ошо етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн тейешле күләмдә аҡса бүлергә ҡуша. Был юлы ул төҙөкләндереү эштәре барышы менән танышты, ремонт 2020 йылдың беренсе кварталында тамамланырға тейеш.

 

***

Ҡыйғы район советы ултырышында Радий Хәбиров район хакимиәте башлығына яңы кандидатура тәҡдим итте, республика тарихында беренсе тапҡыр хакимиәт башлығы вазифаһына ҡатын-ҡыҙ – Зөһрә Гордиенко күрһәтелде. Депутаттар бер тауыштан яңы кандидат өсөн тауыш бирҙе, Зөһрә Гордиенконы муниципаль берәмек хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп раҫланы.

Республика Башлығы Ҡыйғы районын дүрт йыл етәкләгән Шамил Мөхәмәтйәновҡа рәхмәт белдерҙе, уны Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.

–      Шамил Радил улы үҙен булдыҡлы етәксе итеп күрһәтте. Беҙ уны ҡабаттан Өфөгә алабыҙ, артабан ул Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы аппаратында эшләйәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Төньяҡ-көнсығыш төбәкте үҫтереүгә беҙ артабан да етди иғтибар бүләсәкбеҙ.

 

 

***

Үрге Ҡыйғынан ҡайтышлай төбәк етәксеһе Салауат районының Мөрсәлим ауылына һуғылды. Бында яңы ауыл мәҙәниәт йорто асыласаҡ. Элек клуб 1895 йылда төҙөлгән иҫке бинала эшләп килә. Салауат районына тәүге эш сәфәре барышында Радий Хәбиров яңы мәҙәниәт йорто төҙөү өсөн аҡса бүлергә ҡушҡайны, ул бер йыл эсендә сафҡа индерелә.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter