Обычный вид

Эш сәфәрҙәре

16.07.2019 12:42:00

Нефтекама ҡалаһына эш сәфәре

16 июлдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Нефтекама ҡалаһында булды

 

***

Нефтекама ҡала округына ҡараған Әмзә ауылында төбәк етәксеһе урман комбинаты эшселәре менән аралашты. 2018 йылдың майынан бирле эшһеҙ торған предприятиеның хеҙмәт хаҡы буйынса 22 млн һум күләмендә бурыстары бар. «Башҡорт урман эшкәртеү заводы» генераль директоры Василий Маловичко әйтеүенсә, 200 хеҙмәткәр алдындағы бурыстарҙы ҡайтарыу йәһәтенән берҙән-бер юл – холдингҡа ҡараған башҡа предприятиелар эшмәкәрлегенә бәйле, әммә улар ҙа бөгөн көрсөк хәлендә.

Радий Хәбиров август аҙағына тиклем бөтә бурыстарҙы ҡаплатырға ҡушты. Шунан һуң комбинатты ҡайтанан тергеҙеү тураһында һүҙ ҡуҙғатырға мөмкин буласаҡ. Василий Маловичко потенциаль инвесторҙар менән һөйләшеүҙәр алып барыуын хәбәр итте. Башҡортостан етәксеһе предприятиены һаҡлап ҡалыу өсөн тейешле ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе, әммә бының өсөн ойошма етәксеһе һәм конкурс идарасылар тарафынан аныҡ тәҡдимдәр кәрәк.

 

***

Төбәк етәксеһе ошонда уҡ 2013 йылда граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү программаһы буйынса төҙөлгән өйҙәрҙе ҡараны. Һигеҙ таунхаусҡа 73 ғаилә күсергә тейеш була, әммә был йорттарға ни бары ете генә ғаилә күсенә. Ҡалғандар төҙөлөш барышында тейешле нормалар инҡар ителеүен белдереп, яңы фатирҙарҙан баш тарта. Мәсьәләне хәл итеү өсөн 2017 йылда биш ҡатлы ике йорт төҙөлә.

Радий Хәбиров буш торған торлаҡ торошо менән танышты һәм таунхаустарҙа экспертиза үткәреү өсөн махсус комиссия төҙөргә ҡушты, комиссия ҡабул иткән һығымталар нигеҙендә артабанғы аҙым билдәләнәсәк.

Әмзә ауылы халҡы менән аралашыу барышында Башҡортостан етәксеһе биләмәләрҙе үҫтереү мәсьәләләренә туҡталды. Улар иҫәбенә – газ, һыу үткәреү, һаулыҡ һаҡлау тармағын белгестәр менән тәьмин итеү, мәктәптәрҙе һәм торлаҡ йорттарҙы ремонтлау һорауҙары инде. Радий Хәбиров ошо тәңгәлдә алып барылған эштәрҙе тағы ла бер тапҡыр баһалау өсөн көҙгә был төбәккә йәнә киләсәген белдерҙе.

***

Ҡала етәксеһе һәм Башҡортостандың мәғариф минстры менән республика етәксеһе Нефтекамала полилингвистик мәктәп-интернат асыу тураһында фекер алышты. Был белем учреждениеһы төньяҡ-көнбайыш төбәк өсөн лингвистик белем биреүҙе тәьмин итеүсе төп үҙәк буласаҡ.

Комплексты 2013 йылда ябылған ҡала мәктәп-интернаты нигеҙендә асыу күҙаллана. Бының өсөн тейешле реконструкция эштәрен атҡарыу фарыз. Мәғариф минстры Айбулат Хажин әйтеүенсә, 1960 йылда төҙөлгән биналарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң, уны нығытырға һәм реконструкция эштәре башларға тигән ҡарарға киленгән. Шулай уҡ биналарҙы тоташтырыусы йылы үткәүел төҙөү планлаштырыла.

Уҡыу корпусы проекты әҙер һәм дәүләт экспертизаһы тарафынан раҫланған. Бөгөн смета документацияһын әҙерләү эштәре бара. Ремонт өсөн 30 млн һум күләмендә аҡса бүленгән.

Айбулат Хажин әйтеүенсә, мәктәп-интернат 400 урынға иҫәпләнә, һәләтле балалар менән эшләү өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырыласаҡ. Радий Хәбиров реконструкция эштәрен 2021 йылдың 1 сентябренә тамамларға ҡушты.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter