Обычный вид

Эш сәфәрҙәре

24.05.2019 16:48:00

Башҡортостан менән Евразия халыҡтары ассамблеяһы араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды

24 майҙа Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән «Евразия халыҡтары ассамблеяһы» араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Ассамблеяның генераль секретары Андрей Бельянинов ҡултамғаһы менән раҫланды.

Килешеүҙең маҡсаты – халыҡ-ара гуманитар һәм эшлекле хеҙмәттәшлекте киңәйтеү һәм нығытыу, шулай уҡ туризм, мәҙәниәт, мәғариф, спорт, сауҙа-сәнәғәт өлкәләрендә, шул иҫәптән, экспорт, импорт, финанс, инвестиция һәм инновациялар йүнәлешендә тәжрибә менән уртаҡлашыу.

Яҡтар уртаҡ  проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу перспективаларын барланы, шул иҫәптән Өфөлә милли спорт төрҙәре буйынса «Евразиада» уйындарын үткәреү мөмкинлектәре тураһында фекер алышты.

–       Башҡортостандың Евразия уйындарын ҡабул итеү теләген белдереүе беҙҙең өсөн оло мәртәбә. Беҙ был төбәктең иң юғары кимәлдәге сараларҙы ҡабул итеүе тураһында беләбеҙ, шуға ла хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ, – тине Андрей Бельянинов. –  «Евразиада» уйындарының юғары кимәлдә үтәсәгенә ышанысыбыҙ ҙур.

Радий Хәбиров республикала Ассамблея менән берлектә төрлө саралар үткәреү башланғысы менән сығыш яһаны.

–       Ассамблея тәҡдим иткән проекттар барыһы ла ҡыҙыҡлы. Сөнки Башҡортостан ике ҡитғаны тоташтырып Евразияның йөрәге булып тора.  Бөгөн беҙ Өфөнө «Евразиада» уйындарын ҡабул итергә әҙер кандидаттар исемлегенә индереү тураһында килештек, – тине республика етәксеһе. – Беҙ ойоштороу комитеты булдырасаҡбыҙ һәм спорт инфраструктураһын, тотош сараны әҙерләү этабына күсәсәкбеҙ. Сөнки сараны ҡабул итәбеҙ икән, уны иң юғары кимәлдә ойоштороу мөһим.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter