Обычный вид

Эш сәфәрҙәре

09.05.2019 15:57:00

Күгәрсен районына эш сәфәре

9 майҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Күгәрсен районында булды.

***

Төбәк етәксеһе «Тәүәкән» ауыл хужалығы предприятиеһы баҫыуҙарында сәсеү кампанияһы мәнән танышты. Ауыл хужалығы техникаһын ҡараны, заманса Challenger тракторы кабинаһына ултырып йөрөп, ауыл хеҙмәтсәндәренең эш шарттары менән танышты. Механизатор Филүс Аҫылбаев әйтеүенсә, лайыҡлы йәшәү шарттары тыуҙырыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Ул үҙе ауыл биләмәләрен үҫтереү программаһы буйынса йорт төҙөү өсөн 1 млн һум күләмендә субсидия алған. Сәсеү һәм урып-йыйыу эштәре барышында юғары хеҙмәт хаҡы түләнеүен билдәләне.

***

Мораҡ ауылында республика етәксеһе З.Биишева исемендәге паркта булды. Ул 2018 йылда «Уңайлы ҡала мөхите» программаһы буйынса төҙөкләндерелә. 2 млн һум федераль ҡаҙнанан, 400 мең һум республика бюджетынан күсерелә. Тағы ла 6,2 млн һум «Урал» фонды тарафынан бүленә.

Паркта Радий Хәбиров урындағы халыҡ менән аралашты. Йәштәр ял итеү урынында спорт зонаһы, шулай уҡ район үҙәгендә заманса физкультура-һауыҡтырыу компексы кәрәклеген һыҙыҡ аҫтына алды. Радий Хәбиров был һорауҙы өйрәнергә ҡушты. Ул шулай уҡ башҡорт гимназияһын ҡараны. Мәғариф учреждениеһын төҙөкләндереүгә бәйле һорауҙарҙы хәл итер өсөн уны Республика адреслы инвестиция программаһына индерергә кәрәклеген билдәләне.

Күгәрсен районына эш сәфәре барышында урында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, юлдар төҙөкләндереү мәсьәләләре ҡаралды. Радий Хәбиров шулай уҡ «Мораҙым тарлауығы» паркында булды. Унда ла юл төҙөлөшө, инфраструктура һорауҙары барланды. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән урындағы эшҡыуар Руслан Ғүмәровтың хужалығы менән дә танышты. Малтабар урындағы ауыл хужалығы кооперативтарын борсоған актуаль һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Тәү сиратта, ритейлерҙар менән хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм урында етештерелгән тауарҙар менән федераль селтәрҙәргә эләгеү мәсьәләһе күтәрелде. Радий Хәбиров эшҡыуарҙы борсоған һорауҙары менән сығыш яһар өсөн Өфөлә үтәсәк бизнес-йәмәғәтселек менән осрашыуға саҡырҙы.

 

***

Мораҡта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәсән Барлыбай улы Мәзитовты Еңеү көнө менән ҡотланы. Быйыл уға 96 йәш тула. Төбәк етәксеһе ҡарт яугиргә рәхмәт әйтеп, иҫтәлекле бүләк һәм сәскәләр тапшырҙы.

–       Тап Еңеү көнөндә килгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Еңеү көнө – беҙҙең ғорурлыҡ, беҙҙең дан! Беҙҙең халыҡ оло һуғышта ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтте. Был беҙҙең уртаҡ байрам, – тине Хәсән Мәзитов һәм Радий Хәбировҡа эшендә уңыштар теләне.

 

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter