Обычный вид

Эш сәфәрҙәре

28.03.2019 18:06:00

Радий Хәбиров VIII Рәсәй-ҡырғыҙ төбәк-ара конференцияһында ҡатнашты

28 мартта Бишкәктә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров VIII Рәсәй-ҡырғыҙ төбәк-ара конференцияһының пленар ултырышында ҡатнашты. Унда Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Ҡырғыҙстан Президенты Сооронбай Жәнбәков сығыш яһаны.

Конференцияла ике илдән 700-ҙән ашыу дәүләт структуралары, эре компания һәм финанс институттар вәкилдәре ҡатнашты.

Рәсәй Президенты төбәк-ара хеҙмәттәшлекте һөҙөмтәле һәм кәрәкле инструмент тип атаны.

–Рәсәй Федерацияһының 71 регионы Ҡырғыҙстан менән тура бәйләнеш булдырған, – тине Владимир Путин. – Миңә мәғлүм булыуынса, был юлы сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәр Ҡырғыҙстан менән Свердловск, Төмән өлкәләре, Коми, Башҡортостан республикалары араһында төҙөлдө. Бер һүҙ менән әйткәндә, ике дәүләт субъекттары үҙ-ара емешле хеҙмәттәшлеккә әҙер.

Рәсәй Президенты перспективалы хеҙмәттәшлек йүнәлештәре тип туризм, мәҙәниәт һәм спорт өлкәләрен атап үтте.

–Спорт йүнәлеше буйынса аныҡ һөҙөмтәләр бар. Рәсәйҙең Ҡалмыҡ, Башҡортостан, Алтай республикалары III Бөтә донъя күскенселәр уйындарында уңышлы сығыш яһаны, – тине Владимир Путин. – Бәйләнештәрҙе нығытыуға вуз-ара һәм йәштәр менән алмаш та ярҙам итәсәк.

Ил Президенты конференцияла ҡатнашыусыларға актив эшмәкәрлектәре өсөн рәхмәт әйтте һәм ике дәүләт араһында партнёрлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыуға артабан да ҙур өлөш индерәсәктәренә ышанысын белдерҙе.

Ҡырғыҙстан Президенты белдереүенсә, Рәсәй делегацияһы визиты сиктәрендә дөйөм алғанда 6 млрд һумлыҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған.

–Был визит Рәсәй-Ҡырғыҙстан хеҙмәттәшлеген яңы тарихи кимәлгә сығарҙы. Эшлекле һөйләшеүҙәр үтте. Төҙөлгән ике яҡлы килешеүҙәр пакеты бик абруйлы, – тине Сооронбай Жәнбәков. – Бөгөн беҙ 2020 йылды Рәсәйҙә Ҡырғыҙ Республикаһы, ә беҙҙә – Рәсәй йылы тип иғлан итергә ҡарар ҡылдыҡ. Сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу буйынса етди һөйләшеү булды. Тауар әйләнешен арттырыу һәм инвестициялар йәлеп итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға айырым иғтибар бүленде.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter