Обычный вид

Эш сәфәрҙәре

28.03.2019 10:03:00

Башҡортостан менән Ҡырғыҙстан араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды

28 мартта Бишкәктә Башҡортостан Республикаһы  һәм Ҡырғыҙстан Республикаһы Хөкүмәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, экологик, гуманитар һәм мәҙәни йүнәлештәр буйынса хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Ҡырғыҙстандың иҡтисад министры Олег Панкратов ҡултамғалары менән раҫланды.

Килешеү сауҙа-иҡтисади, инвестицион, инновацион эшмәкәрлек буйынса, экологик, гуманитар һәм мәҙәни йүнәлештәрҙә үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙе күҙаллай.

Килешеүгә Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Орешник менән Ҡырғыҙстандың иҡтисад министры Олег Панкратовтың VIII рәсәй-ҡырғыҙ конференцияһы сиктәрендә  төбәк һәм компания етәкселәре менән иртәнге осрашыу ваҡытында ҡул ҡуйылды.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter