Обычный вид

Эш сәфәрҙәре

29.01.2019 19:00:00

Сибайға эш сәфәре

29 ғинуарҙа Сибайға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров урындағы социаль объекттар менән танышты.

***

«Труд» стадионы биләмәһендә төбәк етәксеһе 1993 йылда төҙөлгән һәм төҙөкләндереү талап ителгән уҡытыу-спорт комплексын ҡараны. Капиталь ремонт һәм асыҡ һауалағы футбол майҙансығын яңыртыу буйынса проект дәүләт экспертизаһын үткән. Башҡарыласаҡ эштәрҙең дөйөм хаҡы – 64 млн һум.

Радий Хәбиров йыл аҙағынаса конкурс процедураларын тамамларға, 2020 йылдан ремонт эштәрен башларға ҡушты.

–Ремонт өсөн аҡса бүләсәкбеҙ. Эш күләме әллә ни күп түгел, уны бер йыл эсендә тамамларға мөмкин, – тине республика етәксеһе. Шулай уҡ комплекста көрәш залы асырға тәҡдим итте.

Радий Хәбиров урындағы үҫмерҙәр командаһы баскетболсылары, өҫтәл теннисы, бокс менән шөғөлләнеүсе йәш спортсылар һәм тренерҙар менән аралашты.

***

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Сибайҙың тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында күргәҙмә экспозициялары менән танышты. Музей директоры Альбина Ярмуллина әйтеүенсә, фондта 12 мең экспонат бар, 1615 ҡомартҡы Рәсәй фонды дәүләт каталогына индерелгән. Йыл һайын музей менән танышырға 20 мең самаһы кеше килә.

–Ысынлап та,  коллекция бик бай. Иң мөһиме, был музей кешеләр осраҡлы ғына инеп сыға торған урын түгел. Ул рух менән һуғарылған, бында тотош тормош сағылыш тапҡан. Бик яҡшы музей, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етксеһе менән әңгәмә барышында Альбина Ярмуллина биш ҡатлы торлаҡ йорттоң беренсе ҡаттағы өлөшөндә урынлашҡан музейҙың ҡыйығын һәм фасадын ремонтлау талап ителеүен һыҙыҡ аҫтына алды. Радий Хәбиров республика тарафынан ярҙам күрһәтеләсәк тине.  

Республика етәксеһе музейҙа «Юнармия» хәрәкәтенең урындағы штабы вәкиле, 1-се һанлы урта мәктәп уҡытыусыһы Рәмил Муллағолов менән патриотик тәрбиә, хәрби-патриотик клубтарға ярҙам хаҡында фекер алышты.

***

Артабан төбәк етәксеһе 2015 йылда асылған Сибай балалар художество мәктәбендә булды. Бында һынлы сәнғәт, дизайн, художестволы туҡыусылыҡ, компьютер графикаһы, ағас һырлау, керамика, рәсем йүнәлештәре буйынса белем бирелә.  Мәктәп директоры Флорида Ҡәҙерғолова әйтеүенсә, өҫтәлмә белем биреү учреждениеһында 700-гә яҡын бала шөғөлләнә. Уны тамамлаусыларҙың күбеһе урта һәм юғары уҡыу йорттарын тап профилле йүнәлештәр буйынса һайлай, хатта Рәсәй вуздарына уҡырға инә.

Радий Хәбиров йәштәр республиканан ситкә китмәһен өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә кәрәк, тине.

–Беҙҙең балалар ситтә белем биреү сифаты яҡшыраҡ тип, башҡа төбәк юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә тигәнде ишетеү миңә бик ауыр. Ошо йәһәттән тап киреһе күҙәтелһә – яҡшыраҡ булыр ине һәм беҙ иң һәләтле балалар үҙебеҙҙә ҡала, тип ғорурланыр инек, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы. – Әлбиттә, беҙҙең айырым уҡыу йорттарына бәйле һорауҙар күп. Уларҙы заман талабына ярашлы үҫтерергә кәрәк. Дөйөм алғанда, был айырым ҙур тема.

Сибай балалар художество мәктәбендә Радий Хәбиров ҡала мәктәптәре директорҙары менән осрашты, унда мәғарифкә бәйле һорауҙар барланды.

***

Сибайҙың балалар ижады үҙәгендә Башҡортостан етәксеһе төрлө түңәрәк, секциялар эше менән танышты. Бында 2000-гә яҡын уҡыусы шөғөлләнә. «Толпар» балалар телестудияһына йөрөүсе һигеҙенсе класс уҡыусылары Айзилә Ҡәҙербаева менән Тимур Байрамғолов Радий Хәбировтан мәктәп йылдары тураһында интервью алды.

Артабан Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы һәләтле балалар, уҡыу алдынғылары һәм үҙҙәре белем алған мәктәптәрҙең президенттары менән осрашты. Уларҙың киләсәккә пландары, ниндәй һөнәр һәм уҡыу йорттарын һайлаясаҡтары тураһында ҡыҙыҡһынды. Республикала «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы булдырылыуы һәм уға ярашлы, ауылға эшкә ҡайтҡан уҡытыусыларға Хөкүмәт тарафынан ярҙам күрһәтеләсәге тураһында һөйләне.

Әңгәмә барышында балалар волонтёрлыҡ хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан һәм махсус кенәгәгә эйә булғандар өсөн юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә күберәк балл өҫтәүҙәрен һораны.

–Беҙ һеҙҙең барығыҙға ла уңыштар теләйбеҙ. Тормошта үҙ урынығыҙҙы табыуығыҙҙы, юғары уҡыу йорттарында яҡшы белем алып эшкә урынлашыуығыҙҙы теләйбеҙ, –тине Радий Хәбиров. – Республика етәксеһе булараҡ, иң яҡшы уҡыусыларҙың үҙебеҙҙә ҡалыуын теләр инем. Сөнки матур тарих тап һеҙҙең кеүек булдыҡлы, шәп кешеләр тарафынан яҙыла.

***

Балалар ижады үҙәгендә шулай уҡ «Сибай, тын ал!» төркөмө активистары менән осрашыу үтте. Радий Хәбиров уларҙы ҡалалағы экологик хәлгә бәйле кәңәшмәлә ҡабул ителгән ҡарарҙар менән таныштырҙы һәм карьерҙы өлөшләтә һыу менән батырыу мотлаҡ белгестәр күҙәтеүе аҫтында ойоштороласаҡ һәм Сибай халҡы сәләмәтлегенә ул кире йоғонто яһамаясаҡ, тип белдерҙе.

–Ҡала хакимиәте һәм республика структуралары ҡуйылған бурыстарҙы ваҡытында атҡара тип иҫәпләйем, – тине Радий Хәбиров. – Был хәлдең осона сыҡҡас, Республика Йортонда  Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты етәкселеге ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрәсәкбеҙ. Артабан был карьер менән нимә буласағын бөгөн берәү ҙә аныҡ ҡына әйтә алмай. Минең аңлауымса, ул тулыһынса рекультивацияланырға тейеш.

Радий Хәбиров активистарға битараф булмағандары һәм ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

***

Сибайҙың «Ирәндек» боҙ һарайында 200-гә яҡын бала хоккей, фигуралы шыуыу һәм шорт-трек менән шөғөлләнә. Радий Хәбиров йәш хоккейсылар һәм уларҙың ата-әсәләре менән осрашты. Улар фекеренсә,  «Горняк» хоккей командаһына төрлө кимәлдәге, шул иҫәптән республиканан ситтә үткән ярыштарға йөрөү өсөн автобус кәрәк. Республика етәксеһе команданы автобус менән тәъмин итеү бурысын ҡуйҙы, ә балаларҙы ҡала һәм республика данын лайыҡлы яҡларға саҡырҙы.

***

Радий Хәбиров «Деловая Россия» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы ултырышында ла ҡатнашты. Сибайҙың бизнес-йәмәғәтселеге менән фекер алышыу эшҡыуарлыҡҡа ярҙам темаһына арналды.

Төбәк етәксеһе, республикала эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүсе ойошма, институттар бихисап һәм улар һәр береһе айырым, күп осраҡта һөҙөмтәһеҙ эшләй тине. Шуға ла киләсәктә ошо системаны яйға һалыу бурысы тора.

–Төбәккә инвестиция йәлеп итеү буйынса айырым яуаплылыҡты мин үҙ өҫтөмә алдым. Аҙна һайын «Инвестиция сәғәте» форматында кәңәшмәләр үткәрәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа килгәндә, был йүнәлеш өсөн Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Александр Геннадьевич Сидякин яуап бирә. Һеҙ юғары вәкәләттәр бирелгән ышаныслы партнёрығыҙ барлығын белергә тейеш, бергә тығыҙ һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек теләйем. Бер-ике аҙнанан Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе шулай уҡ Сибайға киләсәк һәм һеҙҙе борсоған һорауҙар буйынса асыҡтан-асыҡ һөйләшеү үткәрер.

Республика етәксеһе административ кәртәләргә ҡаршы көрәш артабан да дауам итәсәген белдерҙе.

–Бында ултырғандарҙың барыһы ла, шул иҫәптән мин дә аңлайым: әгәр ҙә беҙ бизнес-йәмәғәтселек менән эшлекле мөнәсәбәттәр ҡормаһаҡ, республика һәм тотош ил үҫешен күҙаллау ауыр. Шуға ла беҙҙең йөҙҙә үҙегеҙҙең ышансылы союздашығыҙҙы күрә алаһығыҙ, – тине төбәк етәксеһе. – Мин республикала һеҙгә иркен һәм ышаныслы эшләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылыуын теләйем.  

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter