Обычный вид

Эш сәфәрҙәре

04.12.2018 14:28:00

Белорет районының Тирлән ҡасабаһында физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды

Тирлән ҡасабаһы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Белорет районы буйлап эш сәфәренең тәүге пункты булды. Бында ул «Планета» физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыуҙа ҡатнашты.

Төҙөлөш 2016 йылда башланған һәм тулыһынса Социаль маҡсатлы программалар фонды аша «Башнефть» нефть компанияһының хәйриә ярҙамы иҫәбенә финансланған. Объекттың дөйөм хаҡы – 29 миллион һум.

Радий Хәбиров ҡасаба халҡын ошо ваҡиға менән ҡотланы. Уның һүҙҙәренсә, «Тирлән үҙ тарихында ауыр һынауҙар үтте, металлургия производствоһы ябылды, үткән быуаттың 90-сы йылдары башында ҡасаба һыу баҫыуҙан ҙур зыян күрҙе. Ошо ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, ҡасаба йәшәй һәм үҫешә, физкультура-һауыҡтырыу комплексының асылыуы – шуға миҫал».

Спорт комплексы директоры Әлфиә Буранбаева физкультура комплексы асылғансы балаларҙың еңел атлетика менән шөғөлләнеүе хаҡында һөйләне. Хәҙер баскетбол, волейбол, спорттың башҡа төрҙәре менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бар. Ҡыш көнө балалар эргәлә төҙөлгән асыҡ боҙ һырғалағында хоккей уйнай ала.

Тирлән ҡасабаһында йәшәүселәр республика етәксеһе менән аралашыу барышында Радий Хәбировтың Белорет районында ағас әҙерләү мәсьәләһенә иғтибар итеүен үтенде. Уларҙың әйтеүенсә, районда ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтары бар.

«Республикала карьерҙарҙы эшкәртеү мәсьәләһендә тәртип урынлаштыра башланыҡ, өс енәйәт эше ҡуҙғатыла. Урман да иғтибарыбыҙҙан ситтә ҡалмай, ағас әҙерләү компанияларының йыш ҡына тәбиғәт байлығын һаҡлау тураһында уйланмауын беләм», – тине Радий Хәбиров.

Уның һүҙҙәренсә, республикала һунар итеү ҙә күп һорауҙар тыуҙыра, был өлкәлә лә тәртип урынлаштырырға кәрәк.

Тирлән ауылы халҡы республика етәксеһенән яңы мәҙәниәт йортон төҙөүҙә ярҙам күрһәтеүен һораны. Урындағы клуб иҫке ағас бинала урынлашҡан, уны граждандар һуғышы алдынан сиркәү итеп төҙөй башлағандар. Үткән быуаттың 20-се йылдарында ошо бинала сиркәү урынына клуб асылған.

Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов әйтеүенсә, яңы мәҙәниәт йортоноң хаҡы 70 миллион һумдан ашыуға баһалана.

Радий Хәбиров клубты ҡарап сыҡҡандан һуң урындағы властарға Тирлән ауылында яңы мәҙәни үҙәк һалыу өсөн тейешле документтар әҙерләргә ҡушты.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter