Обычный вид

Ҡотлауҙар

09.03.2017 10:20:00

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар ярҙам тойһон һәм иртәгәге көнгә ышаныслы ҡараһын өсөн күп нәмә эшләнә»

Ҡәҙерле, һөйкөмлө ҡатын-ҡыҙҙар! Ихлас күңелдән һеҙҙе 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым!

Ошо иҫ киткес яҙғы байрам күптән инде иң яратҡандарҙың береһенә әйләнде. Нәҡ һеҙ донъяға яңы тормош бүләк итәһегеҙ, ғаиләлә ышаныс һәм үҙ-ара аңлашыу мөхитен булдыраһығыҙ, матурлыҡ һәм мөхәббәтте, изгелек һәм наҙлылыҡты сағылдыраһығыҙ.

Һеҙ үҙегеҙҙе бала бағыуға, йорт мәшәҡәттәренә бағышлайһығыҙ, шул уҡ ваҡытта һөнәри эшмәкәрлектә лә ҙур уңыштарға өлгәшәһегеҙ, йәмәғәт эштәре, хәйриәлек менән шөғөлләнәһегеҙ, республика үҫешенә тос өлөш индерәһегеҙ.

Башҡортостанда ғаилә, әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау, һеҙ, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, ярҙам тойһон һәм иртәгәге көнгә ышаныслы ҡараһын өсөн күп нәмә эшләнә.

Ысын күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, киләсәккә ышаныс һәм өмөт менән ҡарауығыҙҙы һәм иң-иң яҡшы теләктәрҙе теләйем. Һеҙҙең менән һәр саҡ үҙҙәренең иғтибары һәм хәстәрләүе менән ҡыуандырып торған яратыусы һәм яратҡан кешеләр булһын! Барлыҡ изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын! Бәхетле булығыҙ!

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter