Обычный вид

Ҡотлауҙар

07.01.2017 13:01:00

Раштыуа байрамы менән ҡотлау

«Хөрмәтле  Башҡортостан православныйҙары!

Һеҙҙе ысын күңелдән Христос Раштыуаһы менән ҡотлайым!

Күп  быуаттар буйына яратҡан христиан байрамдарының береһе донъяла  миллионлаған  кешене берләштерә, йөрәктәрҙе һөйөү нуры менән яҡтырта, саф ниәттәр менән һуғара, изге ғәмәлдәргә дәртләндерә,  рухи нигеҙҙәргә иғтибарҙы йүнәлтә. Православие Раштыуаһы ғаилә ҡиммәттәрен раҫлай , изгелеккә һәм миһырбанлыҡҡа өндәй, шәфҡәтле һәм ярҙамсыл  булырға өйрәтә.

Йәмғиәттә әхлаҡи  нигеҙҙәрҙе, быуындар бәйләнешен нығытыуҙа, дини татыулыҡты үҫтереүҙә Рус Православие Сиркәүенең әһәмиәте артҡандан- арта. Мосолман өммәһе һәм башҡа конфессиялар менән күп яҡлы  эшмәкәрлек  бай дини-мәҙәни йолаларҙы таратыуға,  йәштәрҙе тәрбиәләүгә, мохтаждарға социаль ярҙам  күрһәтеүгә  булышлыҡ итә.

Раштыуа көндәре  яҡындарыбыҙ менән аралашыу шатлығы, күңел йылыһы һәм яҡшы кәйеф бүләк итһен.

Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ысын күңелдән  ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ, изгелек һәм барлыҡ өмөт-хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйем!»

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter