Ҡотлауҙар
08.05.2011
РФ Президенты Дмитрий Медведевтың ҡотлауы
Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовты Еңеү көнө менән ҡотланы. Дәүләт башлығының ҡотлауында былай тиелә:
“Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы! Һеҙҙе Бөйөк Еңеүҙең 66 йыллығы менән ҡотлайым! Фашизмды ҡыйратып, атай-олатайҙарыбыҙ буласаҡ быуындарға тыныслыҡ, балаларға ғүмер биреү һәм үҫтереү, ижад итеү һәм ирекле үҫеү мөмкинлеген бүләк итте.
Бөйөк Ватан һуғышы хаҡындағы иҫтәлек – изге. Нисә йыл үтһә лә, еңеүселәрҙең ҡаһарманлығы һәр ваҡыт халҡыбыҙҙың рух көсө, батырлығы һәм ватансылығы өлгөһө буласаҡ.
Һеҙгә һаулыҡ, уңыштар һәм иң изге теләктәремде еткерәм.
Д. Медведев”.