Обычный вид

Ҡотлауҙар

09.05.2011

Рөстәм Хәмитовтың Бөйөк Еңеү айҡанлы ҡотлауы

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һуғыш ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә Бөйөк Еңеү айҡанлы ҡотлау ебәрҙе. Ҡотлауҙа былай тиелә:

“Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре! Хөрмәтле дуҫтар!

Ошо көндәрҙә беҙ Бөйөк датаны – совет халҡының фашистик Германияны Еңеүенең 66 йыллығын билдәләйбеҙ. Барығыҙҙы ла ысын-ысындан бөтә халыҡ байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Беҙҙең өсөн Еңеү көнөнән дә иҫтәлеклерәк дата, әһәмиәтлерәк ваҡиға, юғарыраҡ тантана юҡ. Ул бөтә донъяға тап беҙҙең ил, беҙҙең армия нацизмға хәл иткес һәм емергес һөжүм яһауын хәтерләтеп тора.

Күҙҙәрҙе йәшләгән был байрам бик күпте – батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡты, бирешмәүсәнлек һәм ышанысты, яҡындарыңды юғалтыу ҡайғыһын үҙ эсенә ала. Һалдаттар, ошо көндө яҡынайтып, һөжүмгә күтәрелгән. Әсәләр, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар тылда бөтә ауырлыҡты үҙ иңенә алған. Бөгөн тиҫтә йылдар үткәндән һуң беҙ һәр кемдең шәхсән батырлығын иҫкә алабыҙ. Батырҙарҙың исеме беҙҙең күңелдәрҙә мәңгелеккә ҡаласаҡ. 9 Май рәсәйҙәр өсөн – милли берҙәмлек һәм ғорурлыҡ көнө. Ул көн беҙҙе тыуған еребеҙҙең һәр ҡарышын яуларға әҙер булған ата-бабаларыбыҙға тиңләшергә саҡыра. Беҙҙе яугирҙәрҙең намыҫы һәм дәрәжәһенә тап төшөрмәҫкә, еңергә һәм һәр ерҙә беренсе булырға өндәй. Йөрәктәребеҙ ошо тойғолар менән һуғарылған. Ниәттәребеҙ Бөйөк Тыуған илебеҙ – һөйөклө Рәсәй хаҡына изге эштәребеҙҙә сағыла.

Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, бәхет һәм тыныс күк йөҙө, фиҙакәр хеҙмәттә уңыштар теләйем! Еңеү көнө менән!”

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter