Обычный вид

Ҡотлауҙар

15.10.2013 08:00:00

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Ҡорбан байрамы менән ҡотлауы

Хөрмәтле Башҡортостан мосолмандары!

Һеҙҙе изге Ҡорбан байрамы менән ихлас ҡотлайым!

Борон замандарҙан ул исламдың юғары әхләҡи ҡиммәттәрен тормошҡа ашыра. Ошо көндәрҙә дингә ышаныусы һәр кем яҡындарына үҙенә башҡа ихласлыҡ менән мөхәббәтен, шәфҡәтен һәм теләктәшлеген белдерә, мохтаждарға ярҙам итә. Был традициялар тыуған яғыбыҙҙа быуаттар буйына нығынған.

Ошо көндәрҙә Рәсәй әһәмиәтле ваҡиғаны – Диниә назаратының 225 йыллығын – билдәләй. 1788 йылда Екатерина II Указы буйынса Өфөлә булдырылып, ике быуаттан ашыу осор эсендә ул мосолмандарҙың Рәсәй цивилизацияһына инеүе өсөн күп эштәр башҡарҙы. Бөгөн дә Рәсәй Үҙәк Диниә назараты исламдың традицион ҡиммәттәренең нығыныуына, конфессия-ара диалогтың көсәйеүенә булышлыҡ итә. Хәҙерге ваҡытта илдә яңы мәсеттәр ҡалҡа, мосолман мәғариф системаһы үҫтерелә. Мосолмандар хәйриәтселектә, йәштәрҙе әхләҡи тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнаша, башҡа милләттәр һәм дин тотоусылар араһында дуҫлыҡты нығыта.

Башҡортостанда Ҡорбан байрамы һәр ваҡыт йәнле һәм ҙур күтәренкелек менән үткәрелә. Йыл һайын хаж ҡылына, мәсеттәрҙә тыуған еребеҙҙең именлеге хаҡына доғалар уҡыла. Ҡорбан килтереү йолаһы үткәрелә, кешеләр мохтаждарҙы һыйлай, туғандарында һәм дуҫтарында ҡунаҡ була.

Һеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм барлыҡ изге эштәрегеҙҙә уңыштар ихлас теләйем! Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!

Башҡортостан Республикаһы Президенты

Рөстәм Хәмитов

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter