Обычный вид

Ҡотлауҙар

08.08.2013 08:00:02

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Ураҙа байрамы менән ҡотлауы

Хөрмәтле Башҡортостан мосолмандары!

Һеҙҙе барлыҡ мосолмандар өсөн иң ҡәҙерле Рамаҙан айы тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән ҡотлайым!

Ул ислам диненең төп ҡанундарын – күңел сафлығын, тыныслыҡ һөйөүҙе һәм мәрхәмәтлелекте, яҡын кешеләр тураһында хәстәрлек күреүҙе кәүҙәләндерә. Был ҡиммәттәр барлыҡ дин тотоусыларға берҙәй яҡын һәм аңлайышлы, күп быуаттар буйына төрлө конфессиялы төбәгебеҙҙә тыныслыҡ һәм татыулыҡ нигеҙе булып тора. Күпселек рәүештә шуның өсөн дә Өфөлә 225 йыл элек Рәсәй исламының рәсми үҙәге – Мосолман Диниә Назараты барлыҡҡа килә.

Исламдың бай әхләҡи потенциалы бөгөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Республиканың мосолман өммәте үҙенең изге эштәре, белем таратыу эшмәкәрлеге менән йәмғиәттең рухи яңырыуына, милләттәр һәм конфессилар араһындағы татыулыҡҡа булышлыҡ итә.

Ураҙа байрамы бөтәбеҙгә лә йән тыныслығы һәм үҙ көсөбөҙгә ышанысты алып килһен, яңы көс-дәрт һәм илһам өҫтәһен. Барығыҙҙың да йорттарында йылылыҡ һәм бәхет, дуҫлыҡ һәм изгелек, тыныслыҡ һәм именлек булыуын теләйем!

Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын!

Башҡортостан Республикаһы

Президенты Рөстәм Хәмитов

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter