Обычный вид

Ҡотлауҙар

31.12.2012 23:53:00

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Яңы 2013 йыл менән ҡотлауы

Ҡәҙерле дуҫтар!

Яңы йылға тиклем аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Был минуттарҙа үтеп барған 2012 йылды иҫкә алабыҙ. Беҙгә алып килгән барлыҡ яҡшылыҡтары өсөн уға рәхмәт әйтәбеҙ.
Әлеге йыл беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерҙе, яуаплыраҡ һәм көслөрәк итте. Беҙ яҡшы эшләнек һәм мөһим һөҙөмтәләргә ирештек. Республика Рәсәйҙең иң уңышлы төбәктәре иҫәбенә ышаныслы инә.


Ҡәҙерле дуҫтар! Хеҙмәтегеҙ, түҙемлек һәм оптимизм күрһәткәнегеҙ, сыҙамлығығыҙ һәм көслө ихтыярығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Республикала тормошто яҡшыртыу өсөн артабан да бергә эшләйәсәкбеҙ.


Киләсәк беҙҙең һәр беребеҙҙе борсой. Беҙ балаларҙың һәм ейәндәрҙең, яҡындарҙың һәм дуҫтарҙың яҙмышы өсөн, үҙебеҙ өсөн борсолабыҙ. Беҙгә иртәгәһе көнгә ышаныс, йәмғиәттең конфликттарһыҙ һәм ҡаршылыҡтарһыҙ үҫеше кәрәк. Тик бергәләп, бер-беребеҙгә ярҙам итеп кенә алға китеште тәьмин итә аласаҡбыҙ. Беҙҙең көс – берҙәмлектә һәм бер-беребеҙгә ярҙам итеүҙә.


Беҙгә кешеләрҙе, айырыуса балаларҙы һәм ололарҙы, проблемалар һәм тормош ауырлыҡтары менән япа-яңғыҙ ҡалдырырға ярамай. Бер-беребеҙгә ҡарата мәрхәмәтле, ихтирамлы булыу, ярҙам ҡулы һуҙыу кеше мөнәсәбәттәренең нигеҙе булып торорға тейеш. Беҙгә изгелеккә, намыҫлылыҡҡа, ғәҙеллеккә ышанысты нығытыу зарур.


Ҡәҙерле дуҫтар! Был һүҙҙәрҙе әйткән ваҡытта, Яңы йыл тағы ла яҡыныраҡ килеп баҫты! Уны туғандарығыҙ, яратҡан кешеләрегеҙ, дуҫтарығыҙ менән бергә ҡаршы алаһығыҙҙыр, тип ышанам. Һәм был байрам йылыһы һеҙҙе йыл әйләнәһенә ташламаһын.


Әйҙәгеҙ сәғәт куранттары һуҡҡан ваҡытта иң изге теләктәребеҙҙе теләйек. Тирә-яғыбыҙҙа һөйөү, күңел йылылығы һәм бер-беребеҙҙе аңлау ни тиклем күберәк булған һайын, тормошобоҙ ҙа шул тиклем сағыуыраҡ, шатлыҡлы ваҡиғаларға байыраҡ буласаҡ.


Беҙҙең барыбыҙға ла уңыштар, һаулыҡ, тыныслыҡ! Етеп килгән 2013 йыл барыбыҙ өсөн дә шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай һәм имен булһын!
Байрам менән! Яңы йыл менән, ҡәҙерле туғандар!
                                                             

                                                                 Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter