Обычный вид

Ҡотлауҙар

31.12.2020 23:54:00

Яңы йыл менән ҡотлау

Ҡәҙерле дуҫтар!

Дөрөҫөн әйтәм, был Яңы йыл уңайынан иң ябай булмаған ҡотлауҙарҙың береһе. Барыбыҙ ҙа шатлыҡлы яңылыҡтар көтәбеҙ һәм был беҙҙең өсөн иң мөһиме.

Үтеп барған йыл еңелдән булманы. Ул барыбыҙ өсөн дә һынауҙар йылы булды. Ауырлыҡтарҙы бары  бергәләп еңеп сыҡтыҡ тип әйтергә теләйем.

Беҙҙең республика, тәү сиратта, рухи ныҡлыҡ ҡеүәтен күрһәтте. Тап шуға ла беҙ йылды мөмкин тиклем әҙ юғалтыуҙар менән үткәрҙек, коронавирус инфекцияһына ҡаршы уңышлы көрәш буйынса ил кимәлендә өлгөлө төбәктәрҙең береһе булдыҡ.

Быны нисек аңлатырға мөмкин? Башҡортостанда йәшәгән һәр кеше уртаҡ уңышҡа ирешеү өсөн  иң яҡшы сифаттарын күрһәтә алды, лайыҡлы өлөшөн индерҙе.

Беҙ ошо бер йыл эсендә бик күп нәмәләрҙе аңланыҡ.

Шундай күренештәргә шаһит булдыҡ, хатта артыҡ бай булмаған кешеләр ҙә  үҙҙәренең  аҡсаларын, ваҡытын  мохтаждар өсөн йүнәлтте.

Мин ирекмәндәр рәтендә төрлө кимәлдәге чиновниктарҙы күрҙем.  Улар араһында башҡаларҙың ғүмерен ҡотҡарыр өсөн ҡан тапшырыусылар булды.  

Мин ярайһы бай эшҡыуарҙарҙың өлкән быуынға, табиптарға, күп балалы ғаиләләргә аҙыҡ-түлек йыйылмалары таратыуҙарын күрҙем.

Әлбиттә, мин табиптар тураһында айырым әйтергә теләйем. Улар араһында ошо һөнәрҙе саҡ үҙләштереп йөрөгән студенттар ҙа, абруйлы профессорҙар ҙа бар. Кешеләрҙең ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн улар ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләне.

Мин  бөгөн һеҙгә оло рәхмәтемде белдерәм.  Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ алдында баш эйәм. Бергә булдыҡ, иң ҡатмарлы мәлдәрҙә лә кешелек дәрәжәһен һаҡлап ҡалдыҡ.

Барыбыҙ ҙа беләбеҙ, был йыл, әлбиттә, юғалтыуҙар йылы булды. Уларҙы оноторлоҡ түгел.

Әммә әле беҙ киләсәккә аяҡ баҫҡан мәлдәбеҙ,  Яңы йыл тураһында уйлайбыҙ. 2021 йылды матур өмөттәр менән ҡаршылайбыҙ. Беҙ бик ҙур һәм ныҡлы ғаилә. Беҙ бергә дүрт миллиондан ашыубыҙ. Һәм һәр беребеҙ иң яҡшы кешелек сифаттарын туплағанбыҙ.

Бығаса берҙәм булдыҡ. Алда тағы ла һынауҙар көтә ҡалһа, шундай уҡ берҙәмлеккә ышанам. Сөнки иң мөһим байлыҡ, нефть, газ, сода түгел, ә һеҙ - беҙҙең республика халҡы.

Моғайын иҫләйһегеҙҙер, бынан бер-ике йыл элек "Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!" тигән девиз иғлан иткәйнек. Ул ваҡытта был һүҙҙәрҙең ни тиклем актуаль булып китерен һәм ауыр һынауҙар аша үткәндә ярҙам итерен ул тиклем уйлап та еткермәгәнбеҙҙер.

Ҡәҙерле яҡташтар!

Алда беҙҙе нимәләр генә көтһә лә, лайыҡлы үтеребеҙгә ышанам.

Әйткәндәй, быйыл беҙ коронавирусҡа ҡаршы көрәшеп кенә ҡалманыҡ.  Беҙ үҫеш, алға ынтылыш тураһында ла онотманыҡ.  Күп нәмә килеп сыҡты һәм артабан да килеп сығыр, тип ышанам.

Уҙып барған йылдың  һуңғы минуттарында барығыҙға ла тап берҙәмлек өсөн рәхмәт әйткем килә.

Хөрмәтле яҡташтар!

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйем һәм тағы ла бер тапҡыр оло рәхмәтемде белдерәм.

Яңы йыл менән, ҡәҙерле дуҫтар! 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter