Обычный вид

Ҡотлауҙар

24.05.2020 06:00:00

Ураҙа байрамы менән ҡотлау

Хөрмәтле Башҡортостан мосолмандары!

Изге Рамаҙан айы тамамланыу һәм Ураҙа байрамы менән ихлас ҡотлайым!

Быйылғы байрам тантаналары сикләүҙәр менән бәйле махсус форматта үтә. Ул беҙҙән өлгөлө тәртип талап итә. Диндарҙарға һәм дин әһелдәренә тәрән аҡыллылыҡ һәм түҙемлек, халыҡ хәүефһеҙлеге хаҡында хәстәрлек күргән өсөн ысын күңелдән ихтирам белдерәм.

Бөтә кешелеккә ҙур хәүеф алып килгән коронавирус эпидемияһы менән киҫкен көрәш алып барған ауыр көндәрҙә беҙ һеҙҙең менән шәфҡәткә һәм мәрхәмәткә, юғары кешелек сифаттарын күрһәтеүгә, мохтаждарға ярҙам итеүгә әҙерлегебеҙҙе тейешле баһалай алдыҡ. Дини һәм донъяуи тәғлимәттәрҙе башҡарып, һынауҙарҙы лайыҡлы һәм түҙемле үткәрәбеҙ, берҙәмлегебеҙҙе, яуаплылыҡ тойғоһон һәм рухи көсөбөҙҙө күрһәтәбеҙ.

Башҡортостандың мосолман өммәте йәмғиәтебеҙҙең әхлаҡи нигеҙен, дини-ара татыулыҡты нығытыуға оло өлөш индерә, хәйриә, мәҙәни-ағартыу һәм социаль проекттарҙа әүҙем ҡатнаша.

Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ һәм именлек теләйем. Изге Ураҙа байрамы һәр йортҡа йылылыҡ һәм йәм, иман нуры һәм күңел тыныслығы алып килһен!

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы ҡәҙерләп һаҡлағыҙ! 

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter