Обычный вид

Яңылыҡтар  

24.03.2011
Банкыларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ
Өфөлә “Банкылар. Процестар. Стандарттар. Сифат” бөтә Рәсәй банк конференцияһы бара.
24.03.2011
Башҡортостанға Палестина милли хакимиәте башлығы Мәхмүд Аббас килде
24 мартта, Республика йортонда Палестина милли хакимиәте башлығы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Унан һуң Мәхмүд Аббас Өфө дәүләт нефть техник университеты менән танышты, студенттар алдында лекция менән сығыш яһаны.
23.03.2011 15:00:00
Дәүләт Думаһында Башҡортостан Республикаһы презентацияһы үтә
23 мартта, Дәүләт Думаһында Башҡортостан Республикаһының презентацияһы үтә, унда республика Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендә республика делегацияһы ҡатнаша.
23.03.2011
Рөстәм Хәмитов: «Берҙәм власть үҙәге һәр саҡ ышаныслыраҡ»
23 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов РБК daily федераль гәзитенә интервью бирҙе. Унда республика башлығы Башҡортостандағы сәйәси, иҡтисади һәм социаль хәл, төбәктәге проблемалар хаҡында һөйләне. Интервьюның тулы тексы түбәндә бирелә.
22.03.2011 09:12:10
БР Президенты – Джиддалағы иҡтисади форумда
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың эшлекле даирәләре делегацияһы етәксеһе сифатында Сауд Ғәрәбстанындағы Джидда иҡтисади форумы эшендә ҡатнашты. Джиддаға сәфәр барышында Рөстәм Хәмитов “Рәсәй – Ғәрәп донъяһы” Рәсәй- Ғәрәбстан бизнес-диалогын асты, Сауд Ғәрәбстан...
22.03.2011 09:00:00
Рөстәм Хәмитов Arab News баҫмаһына интервью бирҙе
Башҡортостан Республикаһы Президенты республикала Сауд Ғәрәбстаны бизнесмендары өсөн инвестиция мөмкинлектәре күп, тип белдерҙе.
22.03.2011
Мәскәүҙә Башҡортостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә студенттар үҙәге ойоштороласаҡ
Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә республиканың Мәскәү вуздарында уҡыған йәштәрен берләштереүсе студенттар үҙәге ойоштороласаҡ. Был хаҡта 23 мартта Дәүләт Думаһында Башҡортостан Республикаһы презентацияһы барышында республика Президен...
22.03.2011
Рөстәм Хәмитов: «Юлдарҙа тәртип булдырһаҡ, кешеләр беҙҙе ихтирам итәсәк»
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөнировтың уҡыған докладын тәнҡитләп сыҡты. Республика башлығы чиновниктан конструктив тәҡдимдәр ишетмәгәс, уны бүлдерергә мәжбүр...
21.03.2011
Башҡортостанда сит илдә уҡыу өсөн студенттарҙы һайлап алыуға конкурс старт алды
Башҡортостанда юғары уҡыу йорттары студенттары араһында сит ил мәғариф үҙәктәрендә белем алыу өсөн түләүгә аҡсалата грантҡа дәғүә итеүгә асыҡ конкурс старт алды. 2010-2012 йылдарға сит илдә әҙерлек, ҡайтанан әҙерлек үтеү, квалификация күтәреү буйынса Башҡортостан Президентының айырым маҡсатлы прог...
17.03.2011
Рөстәм Хәмитов: «Авиация - база тармағы һәм ул артабан үҫтереүгә мохтаж»
«Өфө» халыҡ-ара аэропортында кисә беренче Төбәк эшлекле авиация форумы үтте. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
17.03.2011
УТМК Башҡортостанда тау-металлургия тармағы үҫешенә 31 миллиард һум бүләсәк
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Урал тау-металлургия компанияһы (УТМК-Холдинг) етәкселеге менән эш осрашыуы үткәрҙе. Уның сиктәрендә Башҡортостан һәм Урал тау-металлургия компанияһы араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында протоколға ҡул ҡуйылды.
16.03.2011
Рөстәм Хәмитов AeroJetStyle журналына интервью бирҙе
Башҡортостан Президенты AeroJetStyle журналына интервью бирҙе.
16.03.2011
Владимир Путин һәм Рөстәм Хәмитов Башҡортостан иҡтисадындағы хәлдәр торошон тикшерҙе
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән эш осрашыуы үткәрҙе.
15.03.2011
Рөстәм Хәмитов: «Йәмғиәттең власҡа ышанысын нығытыу – уңышлы үҫеш нигеҙе»
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайға «Йәмғиәттең власҡа ышанысын нығытыу – уңышлы үҫеш нигеҙе» тип аталған Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны. Түбәндә төбәк башлығы Мөрәжәғәтнамәһенең тулы тексын бирәбеҙ.
15.03.2011
БР Президенты республиканы интенсив юл менән үҫтерергә тәҡдим итте
Башҡортостан экстенсив үҫеш потенциалын тулыһынса тиерлек файҙаланып бөттө, тип иҫәпләй республика Президенты Рөстәм Хәмитов. Бындай хәлдә төбәк хөкүмәтенә булған хужалығында тәртип урынлаштырырға һәм яңы – интенсив – үҫеш моделен булдырырға кәрәк.
15.03.2011
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикалағы сәйәси хәлдәргә баһа бирҙе
Шишәмбе көндө БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикалағы хәлдәргә сәйәси баһа бирҙе.
14.03.2011 12:00:00
Рөстәм Хәмитов энергетика буйынса Рәсәй Дәүләт советы Президиумы ултырышында ҡатнашты
11 мартта Саян-Шушенский ГЭС-ында ил Президенты Дмитрий Медведев Рәсәй Дәүләт советы Президиумының энергетиканы үҫтереү мәсьәләләренә һәм энергияны һөҙөмтәле ҡулланыу проблемаларына арналған ултырышын үткәрҙе.
10.03.2011
Рөстәм Хәмитов губернаторҙарҙың сәйәси ныҡлығы рейтингында лидерҙар иҫәбендә
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Петербург сәйәсәте» фонды һәм «Минченко Консалтинг» коммуникациялар холдингы тикшеренеүҙәре мәғлүмәте буйынса губернаторҙарҙың сәйәси ныҡлығы рейтингында иң юғары балл йыйыусы төбәк башлыҡтары иҫәбенә инде, тип хәбәр итә республика башлығының матбу...
10.03.2011
БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһы ректоры итеп Сергей Лаврентьев тәғәйенләнде
10 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Сергей Лаврентьевты Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры итеп тәғәйенләү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
09.03.2011
Рөстәм Хәмитов: «Туризмды Башҡортостанда системалы үҫтерергә кәрәк»
Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығында Башҡортостанда туризмды үҫтереү буйынса кәңәшмә үтте. Уның һүҙҙәренсә, донъяның күп илдәрендә туризм иҡтисадтың мөһим өлөшө булып тора.
09.03.2011
Башҡортостандың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы Кәтибә Кинйәбулатоваға бирелде
Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы профессиональ яҙыусы Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатоваға бирелде.
06.03.2011
Республикала халыҡ һәм власть мөнәсәбәттәре араһында «йылыныу» һиҙелә башланы
Башҡортостанда халыҡ һәм власть мөнәсәбәттәре араһында «йылыныу» һиҙелә башланы. Шундай фекерен әйтте 6 мартта «Рәсәй» телеканалына интервьюһында Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов.
06.03.2011
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡыйғы районының проблемалары менән танышты
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың төньяҡ-көнсығышына эш сәфәре сиктәрендә Ҡыйғы районында булды.
06.03.2011
Балаҡатай районына дауахананы реконструкциялауға бер нисә йөҙ миллион талап ителә
Балаҡатай районына Үҙәк район дауаханаһын реконструкциялауға бер нисә йөҙ миллион һум талап ителә. 6 мартта республиканың төньяҡ-көнсығышына эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов бында булып, урындағы медиктарҙың һәм уларҙың пациенттарының проблемалары менән танышты.
05.03.2011
Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың билдәле ҡатын-ҡыҙҙары менән осрашты
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан 5 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың билдәле ҡатын-ҡыҙҙары — мәҙәниәт, фән, мәғариф, медицина, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашты.
04.03.2011
Рөстәм Хәмитов йәмғиәт тормошонда судьяларҙың ролен юғары баһаланы
Өфөлә район (ҡала) судтары судьяларының һәм мировой судьяларҙың кәңәшмәһе үтте. Коллегия эшендә республика Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, федераль һәм мировой судьялар, район һәм ҡала судтары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
03.03.2011
Башҡортостан менән Германия нефтехимия өлкәһендә хеҙмәттәшлек итәсәк
Германия Башҡортостанға нефтехимия өлкәһендә хеҙмәттәшлек тәҡдим итте. Был инициативаны «Лурги» компанияһы күтәрҙе. Был фирманың Рәсәй вәкиллеге етәксеһе Майк Кадельбах 3 мартта Германия делегацияһы составында Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашты.
03.03.2011
Башҡортостан Японияның ITOCHU компанияһы менән хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ITOCHU япон корпорацияһының БДБ илдәре буйынса генераль директоры Такахико Мотани менән осрашыу үткәрҙе. Төбәк башлығы әйтеүенсә, бөтә донъяла билдәле бындай ҙур компания менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыу республика өсөн ҙур хөрмәт.
03.03.2011
Эштәрҙе тиҙләтергә кәрәк
БР Хөкүмәтендә мәғлүмәти технологияларҙы үҫтереү һәм республиканың башҡарма власть органдарында электрон документтар әйләнеше системаһын индереү буйынса кәңәшмә үтте. БР Президенты Рөстәм Хәмитов алып барған кәңәшмәлә республиканың башҡарма власть органдары етәкселәре, проектҡа яуаплы кешеләр ҡатнаш...
03.03.2011
Башҡортостан Президенты һәм «ЮТэйр» авиакомпанияһының генераль директоры Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙылар
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм «ЮТэйр» авиакомпанияһының генераль директоры Андрей Мартиросов Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙылар, уға ярашлы «ЮТэйр» авиакомпанияһы самолеттары Өфөнән Белоретҡа, Нефтекамаға һәм Октябрьскийға оса башлаясаҡ. Шулай уҡ төбәк-ара рейстар...