Обычный вид

Яңылыҡтар  

11.02.2011
Башҡортостанға «2012 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше» программаһына 295,9 миллион һум бүленде
әсәй Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте «2012 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Федераль бюджеттан 2011 йылға субсидиялар биреү тәртибе һәм шарттары тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
11.02.2011
Конгресс-холда милли ихаталар күргәҙмәһе асылды
«Рәсәй йәмғиәтендә милләт-ара татыулыҡты нығытыу буйынса саралар тураһында»ғы мәсьәлә буйынса Рәсәй Дәүләт советы Президиумы ултырышы алдынан Конгресс-холда милли ихаталар күргәҙмәһе асылды.
10.02.2011
Башҡортостанда хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеү буйынса өҫтәмә саралар программаһы раҫланды
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән 2011 йылда хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеүгә йүнәлтелгән республика өҫтәмә саралар программаһын раҫланы.  
10.02.2011
Республиканың йәш ғалимдары Рәсәй Президенты гранттарын алды
Конкурс 2010 йылдың ноябрендә иғлан ителгәйне. Уның маҡсаты — Рәсәйҙең йәш ғалимдарына — фән кандидаттарына һәм докторҙарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү. Фән докторҙары өсөн һәр гранттың күләме 1 миллион һум тәшкил итә, фән кандидаттары өсөн — 600 мең һум.
09.02.2011
Ағасты ситкә сығарыуға махсус контроль булдырыласаҡ
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенән урман ресурстарын төбәктән законһыҙ сығарыуға юл ҡуймау буйынса сараларҙы көсәйтеүҙе талап итте.
08.02.2011
Рөстәм Хәмитов башҡарма власть органдары эшенең һөҙөмтәлелек күрһәткестәрен раҫланы
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов министрлыҡтар һәм дәүләт комитеттары эшмәкәрлегенең төп һөҙөмтәлелек күрһәткестәрен раҫланы.
06.02.2011
Башҡортостан ғалимдары Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ойошторолоуының 20 йыллығын билдәләне
6 февралдә Башҡортостан ғалимдары Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ойошторолоуының 20 йыллығын билдәләне.    
03.02.2011
Рөстәм Хәмитов: «Инновацион идеяларҙы производствоға алып барып еткереү механизмдарын табырға кәрәк»
Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Фәнни-техник һәм инновация сәйәсәте буйынса советтың киңәйтелгән ултырышы булды. Уның эшендә ошо советҡа етәкселек итеүсе БР Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Уның билдәләүенсә, инновация сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен ентекле тикшерергә ...
03.02.2011
Рөстәм Хәмитов торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты
3 февралдә Кировта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ил төбәктәрендә торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин үткәрҙе.
03.02.2011
Башҡортостанда ислам академияһы буласаҡ
Башҡортостандан бер төркөм студенттар артынан самолет ебәреү республикала исламға уҡытыу өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтеү зарурлығын күрһәтте, — тине 3 февралдә үткән матбуғат конференцияһында БР Президенты Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары Аббас Ғәлләмов.
03.02.2011
Рөстәм Хәмитов Мысырҙан ҡайтҡан студенттар менән осрашты
3 февралдә Президент Рөстәм Хәмитов Өфө аэропортында Мысырҙан махсус авиарейс менән ҡайтҡан Башҡортостан студенттары менән осрашты.
01.02.2011
Рөстәм Хәмитов Белорет районында һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөргә ҡушты
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, республиканың ауыл хужалығы министры Эрнст Исаевҡа Белорет районында йөк поезы һәләкәткә осраған урындағы экологик хәлгә баһа бирергә һәм тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү буйынса саралар күрергә ҡушты.  
27.01.2011
Рөстәм Хәмитов: «Социаль өлкәлә финанслауҙы оптималләштереү юлын эҙләйәсәкбеҙ»
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов социаль өлкәләге сығымдарҙы оптималләштереү буйынса эштәрҙе дауам итеү кәрәклеге хаҡында әйтте. Был хаҡта ул Рәсәй мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенконың Өфөгә эш визиты барышында Башҡортостандың педагогик активы менән осрашыуҙа белдерҙе.
21.01.2011
Башҡортостан Президенты Әлшәй эшҡыуары Ринат Зариповтың инициативаһын баһаланы
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Әлшәй районы буйлап бөгөнгө эш сәфәре барышында индивидуаль эшҡыуар Ринат Зариповтың предприятиеһы менән танышты.
Башҡортостан Президенты Ирандың Ҡазандағы Генераль консулы Рәсүл Шаян менән осрашты
1 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Иран Ислам Республикаһының Ҡазандағы Генераль консулы Рәсүл Шаян менән осрашыуы үтте. Әңгәмә барышында Башҡортостан менән Иран араһында сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләре, шулай уҡ ике яҡ өсөн дә файҙалы булған...