Обычный вид

Яңылыҡтар  

01.03.2011
Һаҡлыҡ банкыһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы президенты, идара рәйесе Герман Греф хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙылар. Республика башлығы һүҙҙәренә ҡарағанда, Һаҡлыҡ банкыһы менән мөнәсәбәттәрҙе нығытыу төбәк өсөн стратегик яҡтан мөһим эш булып тора.
01.03.2011
Указға ҡул ҡуйылды
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов күренекле халыҡ мәғарифы эшмәкәре, сыуаш мәғрифәтсеһе П.М.Мироновтың тыуыуына 150 йыл тулыуҙы һәм Сыуаш Республикаһының халыҡ шағиры Я.Г.Ухсайҙың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
28.02.2011
Благовар районында «Һарайлы» тарихи-мәҙәни үҙәге асыласаҡ
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһының Благовар районында Ҡәнзәфәр бей исемендәге «Һарайлы» тарихи-мәҙәни үҙәген асыу тураһында» Указына ҡул ҡуйҙы. Ул Иҫке Усман ауылында урынлашасаҡ.
28.02.2011
Рөстәм Хәмитов төбәк лидерҙары араһында Топ-10 иң яҡшы лоббист иҫәбенә инде
2011 йылдың ғинуарында Иҡтисади яңылыҡтар агентлығы «Независимая газета» заказы буйынса үткәргән тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәренә ҡарағанда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй төбәк башлыҡтары араһында Топ-10 иң яҡшы лоббистар рейтингына инде. Тикшереүҙә Рәсәй Федерацияһы субъектт...
27.02.2011
Өфөлә IV Бөтә Рәсәй ҡышҡы Сбербанкиадаға старт бирелде
Өфөлә Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы ойошторолоуҙың 170 йыллығына арналған IV Бөтә Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы ҡышҡы спартакиадаһы башланды. Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Украина, Белоруссия илдәренән ике тиҫтә команда йыйылды.
25.02.2011
Рөстәм Хәмитов Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы активы менән осрашты
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә иң ҙур халыҡ-ара башҡорт йәмәғәт ойошмаһы — Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы активы менән осрашты. Осрашыу ваҡытында туған тел, мәҙәниәт мәсьәләләре, ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә ярҙам итеү проблемалары, ойошманың быға тиклем ҡабул ителгән ҡа...
25.02.2011
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Илгиз Солтанморатовҡа ышаныс күрһәтергә ҡарар итте
Өфөлә «Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге Башҡарма комитетының сираттағы ултырышы үткәрелде. Уның барышында иң ҙур халыҡ-ара башҡорт йәмәғәт ойошмаһын үҫтереү буйынса мөһим проблемалар тикшерелде.
25.02.2011
Удмуртия Дәүләт Советы рәйесен Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡабул итте
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай саҡырыуы буйынса республикаға рәсми сәфәр менән Удмуртия Республикаһы Дәүләт Советы делегацияһы килде.
25.02.2011
Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының киңәйтелгән коллегияһы
БР Президенты Рөстәм Хәмитов вазифаға килеү менән был ведомство эшен яйға һалыуға етди иғтибар бирҙе. Иғтибар әле лә кәмемәй, милеккә идара итеүселәргә талаптар киләсәктә лә ҡаты буласаҡ, сөнки, республика башлығы белдереүенсә, төп фондтар әүҙем эшләргә, муниципалитеттарҙың бюджетын тулыландырыуҙың ...
22.02.2011
Рөстәм Хәмитов хәрби частар командирҙары менән осрашты
22 февралдә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәрби частар командирҙары менән осрашты. Төбәк башлығы офицерҙарҙы Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы.
22.02.2011
Төбәк банкыларын үҫтереү буйынса эш алып барыла
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй үҫеш банкы (РосБР) идараһы рәйесе Сергей Крюков һәм РФ Дәүләт Думаһы депутаты Анатолий Аксаков менән осрашты. Унда бәләкәй һәм урта бизнесҡа кредит биреүҙе камиллаштырыу мәсьәләләре тикшерелде. Республика башлығы, төбәк әлеге ваҡытта яңы үҫеш этабында, ...
18.02.2011 18:24:00
Башҡортостан, «РусГидро» компанияһы һәм «Внешэкономбанк» араһында хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды
VIII Красноярск иҡтисад форумы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы, «РусГидро» компанияһы һәм «Внешэкономбанк» дәүләт корпорацияһы араһында хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара килешеп эш итеү тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды.
18.02.2011
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың «БЮТ»телеканалына интервьюһы
Рөстәм Хәмитов: "Һәр иҡтисади форум, өҫтәүенә Красноярскиҙағы кеүек ҙур форум – ул, әлбиттә, осрашыуҙар, һөйләшеүҙәр үткәреү, төбәктәр менән дә, унда ҡатнашыусылар менән дә яңы мөнәсәбәттәр булдырыу майҙансығы. Байтаҡ ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үткәреү мөмкинлеге булды".
17.02.2011
Рөстәм Хәмитов VIII Красноярск иҡтисади форумын асыу тантанаһында ҡатнашты
17 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм республиканың рәсми делегацияһы ағзалары VIII Красноярск иҡтисади форумын асыу тантанаһында ҡатнашты. Тантана Карен Мурадян исемендәге «Себер» халыҡ-ара күргәҙмә үҙәгендә үтте.
17.02.2011
Рөстәм Хәмитов менән Франция компанияһы вәкилдәре Өфөлә «Ашан» үҙәге асыу перспективаларын тикшерҙе
VIII Красноярск иҡтисади форумы сиктәрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Ашан» француз компанияһы вәкилдәре менән осрашты. Осрашыуҙа Өфөлә «Мега» сауҙа-күңел асыу нигеҙендә төҙөлөүсе ошо уҡ исемдәге коммерция үҙәге асыу перспективалары хаҡында һүҙ барҙы. Үҙәк 2011 йылдың март...
15.02.2011
«Россельхозбанк» Башҡортостанда кредит ресурстары күләмен арттырырға ниәтләй
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Россельхозбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Дмитрий Патрушев менән осрашыу үткәрҙе. Осрашыу сиктәрендә республика һәм банк араһында Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Башҡортостан башлығы төбәктең Россельхозбанк менән һөҙөмтәле эшләргә ...
14.02.2011
Башҡортостан Президенты баскетболсылар менән осрашты
14 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика Йортонда Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда баскетболды пропагандалаусылар — Олимпия чемпионы, “КЭС-Баскет” Рәсәй мәктәп баскетбол лигаһының почетлы президенты, Рәсәй Студенттар баскетболы ассоциацияһының вице-президенты Серге...
14.02.2011
Башҡортостанда терроризм һәм экстремизмды иҫкәртеү программаһы раҫланды
Башҡортостанда «2011-2013 йылдарға Башҡортостан Республикаһында терроризм һәм экстремизмды иҫкәртеү» республика маҡсатлы программаһы ҡабул ителде. Хөкүмәттең тейешле ҡарарына төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.
14.02.2011
Мәғариф өлкәһендә һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы оптималләштереү үткәрелә
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов мәғариф өлкәһендәге һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы ҡыҫҡартыуҙы һәм оптималләштереү барышында алынған аҡсаны уҡытыусыларҙың эш хаҡын күтәреүгә йүнәлтеүҙе талап итте.
12.02.2011
РусГидро Башҡортостанда сәнәғәт технопаркы төҙөйәсәк
Бөгөн Өфөлә Рәсәй Дәүләт Советы Президиумы ултырышы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы менән “РусГидро” компанияһы һәм “РусГидро” менән Францияның “Альстом” компанияһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
11.02.2011
Рәсәй Президенты Өфөнөң Беренсе собор мәсетендә булды
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Өфөнөң беренсе собор мәсетендә һәм Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты резиденцияһында булды.
11.02.2011
Дмитрий Медведев Рөстәм Хәмитов менән эшһеҙлекте кәметеү юлдарын тикшерҙе
Өфөлә Дәүләт Советы Президиумы ултырышы сиктәрендә Рәсәй Президентының Башҡортостан Президенты менән протокол осрашыуы булды. Президенттар уны эш менән тәьмин итеү тураһындағы мәсьәләгә арнаны.
11.02.2011
Республикала ғинуарҙан бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы артты
2011 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда минималь эш хаҡы 5500 һум күләмендә билдәләнде. Бер үк ваҡытта бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәлен күтәреү маҡсатында уларҙың минималь окладтары күләмен 6,5 процентҡа арттырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Ошо маҡсатҡа ағымдағы йылда бюджеттан 4 мил...
11.02.2011
Өфөлә милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Рәсәй Дәүләт советы Президиумы ултырышы үтәсәк
11 февралдә Өфөлә ил Президенты Дмитрий Медведев рәйеслегендә «Рәсәй йәмғиәтендә  милләт-ара татыулыҡты нығытыу буйынса саралар тураһында»ғы мәсьәлә буйынса Дәүләт советы Президиумы ултырышы үтәсәк.
11.02.2011
Башҡортостанға «2012 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше» программаһына 295,9 миллион һум бүленде
әсәй Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте «2012 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Федераль бюджеттан 2011 йылға субсидиялар биреү тәртибе һәм шарттары тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
11.02.2011
Конгресс-холда милли ихаталар күргәҙмәһе асылды
«Рәсәй йәмғиәтендә милләт-ара татыулыҡты нығытыу буйынса саралар тураһында»ғы мәсьәлә буйынса Рәсәй Дәүләт советы Президиумы ултырышы алдынан Конгресс-холда милли ихаталар күргәҙмәһе асылды.
10.02.2011
Башҡортостанда хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеү буйынса өҫтәмә саралар программаһы раҫланды
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән 2011 йылда хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеүгә йүнәлтелгән республика өҫтәмә саралар программаһын раҫланы.  
10.02.2011
Республиканың йәш ғалимдары Рәсәй Президенты гранттарын алды
Конкурс 2010 йылдың ноябрендә иғлан ителгәйне. Уның маҡсаты — Рәсәйҙең йәш ғалимдарына — фән кандидаттарына һәм докторҙарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү. Фән докторҙары өсөн һәр гранттың күләме 1 миллион һум тәшкил итә, фән кандидаттары өсөн — 600 мең һум.
09.02.2011
Ағасты ситкә сығарыуға махсус контроль булдырыласаҡ
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенән урман ресурстарын төбәктән законһыҙ сығарыуға юл ҡуймау буйынса сараларҙы көсәйтеүҙе талап итте.
08.02.2011
Рөстәм Хәмитов башҡарма власть органдары эшенең һөҙөмтәлелек күрһәткестәрен раҫланы
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов министрлыҡтар һәм дәүләт комитеттары эшмәкәрлегенең төп һөҙөмтәлелек күрһәткестәрен раҫланы.