Обычный вид

Яңылыҡтар  

28.06.2019 12:09:00
 Өфөлә Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды
28 июндә Өфөлә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа  һәйкәл асылды. Сарала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты.
24.06.2019 16:29:00
«Транспорт сәғәтендә» «Алға» картаһына бәйле һорауҙар ҡаралды
24 июндә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте» форматында сираттағы кәңәшмә үткәрҙе. Унда «Алға» берҙәм транспорт картаһын әйләнешкә индереүгә әҙерлек буйынса һорауҙар ҡаралды.
17.06.2019 17:09:00
Өфөгә эш сәфәре менән Николай Патрушев һәм Сергей Нарышкин килде
17 июндә Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәйҙең Именлек Советы Секретары Николай Патрушев һәм Рәсәй Федерацияһының Тышҡы разведка хеҙмәте директоры Сергей Нарышкин килде. 
17.06.2019 11:35:00
Радий Хәбиров  муниципаль берәмектәрҙе «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы
20 июнгә тиклем муниципаль берәмектәр  «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһында ҡатнашыу өсөн ғаризалар тапшырырға тейеш. 
17.06.2019 10:31:00
Ауыл-ҡала урамдарына яҡтыртҡыс системалары урынлаштырыу планға ярашлы алып барыла
Республика ауыл-ҡалаларында урам яҡтыртҡыстары системаларын урынлаштырыу 22 процентҡа тормошҡа ашырылған. 
15.06.2019 00:45:00
Республиканың 100 йыллығына арналған  «Алға, Башкирия! Вперёд, Башҡортостан!»  байрам концерты уҙҙы
14 июндә Өфөлә «Евразия йөрәге»  халыҡ-ара фестиваль сиктәрендә республиканың 100 йыллығына арналған  «Алға, Башкирия! Вперёд, Башҡортостан!» тип исемләнгән байрам концерты уҙҙы. 
14.06.2019 12:21:00
Радий Хәбиров: «Социаль селтәрҙәр аҙымдарыбыҙҙың дөрөҫмө, юҡмы икәнен асыҡларға ярҙам итә»
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров "Digital Ҡоролтайҙа" конференцияһы сиктәрендә үткән  «Цифралы революция: бизнес, сәйәсәт, медиа» тип исемләнгән панель дискуссияла ҡатнашты.  
13.06.2019 16:41:00
Радий Хәбиров Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләне
13 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө һәм республикала һаулыҡ һаҡлау тармағы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты. 
13.06.2019 12:57:00
Радий Хәбиров йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә арналған «Сәләмәтлек сәғәте» үткәрҙе
13 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Сәләмәтлек сәғәтен» күсмә форматта үткәрҙе. 
12.06.2019 12:30:00
Радий Хәбиров байрам сараларында ҡатнашты
12 июндә Башҡортостан бер юлы өс байрам билдәләй – Рәсәй көнө, Өфөнөң 445 йыллығы һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына 265 йыл. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо даталарға арналған байрам сараларында ҡатнашты.
11.06.2019 21:29:00
 Радий Хәбиров Дим районының 75 йыллығына арналған байрамда ҡатнашты
11 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дим районының 75 йыллығына арналған байрам сараһында ҡатнашты.
11.06.2019 15:47:00
Ауыл уҡытыусылары өсөн республика гранты булдырылды
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусылар өсөн гранттар бүлеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы
08.06.2019 14:23:00
Радий Хәбиров Баймаҡ районы халҡын яҙғы баҫыу эштәре тамамланыу уңайынан ҡотланы
8 июндә Баймаҡ районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Һабантуй байрамында ҡатнашты.
07.06.2019 19:38:00
Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумының пленар ултырышында ҡатнашты
 7 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумының пленар ултырышында Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин сығыш яһаны. Ултырышта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты.
07.06.2019 18:00:00
Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Башҡортостан 80 млдр һумдан ашыу инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйҙы
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы XXIII Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында үҙ эшен тамамланы.
06.06.2019 06:08:00
Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың рәсми делегацияһын етәкләй
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров XXIII Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың рәсми делегацияһын етәкләй.
04.06.2019 14:09:00
Радий Хәбиров Оло-Теләк фажиғәһендә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу митингында ҡатнашты
4 июндә Рәсәйҙә һәм СССР-ҙа иң оло тимер юл һәләкәтенә теүәл 30 йыл тулды. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәтер көнө уңайынан ойошторолған матәм сараһында ҡатнашты. 
04.06.2019 10:41:00
Радий Хәбиров Ураҙа байрамы уңайынан коллектив намаҙҙа ҡатнашты
4 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Ләлә-Тюльпан» мәсетендә булды. 
04.06.2019 06:08:00
Ураҙа байрамы менән ҡотлау
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика мосолмандарын Ураҙа байрамы менән ҡотлай.
03.06.2019 10:54:00
Бөгөн беренсе Өфө-Вена авирейсы башҡарылды
3 июндә беренсе Өфө — Вена авиарейсы башҡарылды. Бөгөн иртән 84 кеше UT №731 рейсы менән Австрияның баш ҡалаһына юлланды.
01.06.2019 15:15:00
Радий Хәбиров Бөрйән районы Һабантуйында булды
1 июндә Бөрйән районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Һабантуйҙа ҡатнашты.
01.06.2019 12:21:00
Бөрйән районына эш сәфәре
1 июндә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бөрйән районында булды.
30.05.2019 20:52:00
Башҡортостандан күп балалы Сайрановтар ғаиләһе «Ата-әсәлек даны» ордены менән бүләкләнде
 30 майҙа Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин күп балалы һигеҙ ғаиләгә «Ата-әсәлек даны» ордены тапшырҙы. 
29.05.2019 19:44:00
Молдова Республикаһы делегацияһы менән осрашыу
29 майҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Молдова Республикаһы Президенты Игорь Додон етәкселегендәге рәсми делегация менән осрашты.
29.05.2019 17:25:00
 Башҡортостанға Молдова Республикаһы Президенты Игорь Додон килде
29 майҙа Башҡортостанға эш сәфәре менән Молдова Республикаһы Президенты Игорь Додон килде. 
28.05.2019 19:10:00
Радий Хәбиров файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыу осраҡтарына арналған кәңәшмә үткәрҙе
28 майҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Төбәк именлеген тәьмин итеү буйынса даими координация кәңәшмәһе ултырышын үткәрҙе. 
28.05.2019 11:57:00
Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы
28 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. 
27.05.2019 19:52:00
Радий Хәбиров V Граждандар форумында сығыш яһаны
27 майҙа «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров V Граждандар форумында сығыш яһаны.
27.05.2019 15:06:00
Башҡортостан табиптары яман шеште иртә асыҡлаған осраҡта өҫтәмә түләү аласаҡ
Башҡортостанда яман шеште иртә асыҡлау һәм сирлеләрҙе ваҡытында дауалауҙы тәьмин итеү өсөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров айырым категорияға ҡараған табиптарға өҫтәмә матди түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.  
27.05.2019 11:33:00
Радий Хәбиров демография хәлен яҡшыртыу өсөн өҫтәлмә саралар күрергә ҡушты
2019 йылдың  беренсе кварталында Башҡортостанда тыуымдың кәмеүе һәм үлемдең аҙайыуын теркәлгән.