Обычный вид

Яңылыҡтар

27.10.2018 13:01:00

Әбйәлил районына эш сәфәре

27 октябрҙә Урал аръяғы райондарына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Әбйәлил районында булды. Республика етәксеһе социаль һәм инфраструктура объекттарын ҡараны, район халҡы һәм етәкселек менән биләмәне үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

***

Рәхмәт ауылында Радий Хәбиров 2006 йылда сафҡа ингән уртаса белем биреү мәктәбендә булды. Әле унда 125 бала белем ала, 15 педагог эшләй.

Мәктәп директоры Зөһрә Әхмәҙиева әйтеүенсә, бында белем алыр өсөн тейешле шарттар булдырылған. Әммә әлегә тиклем бинаны газ менән йылытыу мәсьәләһе хәл ителмәгән. Бының өсөн күмер ҡулланыла. Был маҡсатта көнөнә 1 тоннаға яҡын күмер яғыла, дөйөм бер миҙгелдә ул 200 тоннаға тиклем сарыф ителә.

Йылытыу ҡорамалдарын газ селтәрҙәренә тоташтырыу проекты өс йыл элек төҙөлөп экспертиза үткән, әммә эштәрҙе башлар өсөн республика бюджетынан тейешлы сығымдар бүленмәгән. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы республика Хөкүмәтенә уҡыу йортон газ менән тәьмин итеү буйынса тейешле күрһәтмә бирҙе.

Республика етәксеһе мәктәпкәсә төркөмдө, ашхананы ҡарап сыҡты, туҡланыуҙы ойоштороу өлкәһендә аутсорсинг системаһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алышты.

Урындағы ауыл Советы депутаты Исрафил Йәнсәитов «Ташбулат» тимер юл станцияһынан Белорет – Учалы трассаһына тиклем 51,4 километр арауыҡта юл төҙөргә кәрәклеген белдерҙе.  Халыҡ 1990 йылдарҙан бирле көткән был юл Әбйәлил һәм Учалы райондарындағы 14 ауылды туранан-тура транспорт бәйләнеше менән тоташтырыр ине. Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә был мәсьәләне тикшерергә һәм тейешле тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

***

Республика етәксеһе Мораҡай ауылы фельшдер-акушер пункты һәм Байым ауылы участка дауаханаһы миҫалында урындағы халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү системаһы менән яҡындан танышты.

Мораҡай ФАПы 1983 йылда төҙөлгән йылытылған ағас бинала урынлашҡан, ул 250-нән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Фельдшер Мөнирә Фәтхуллина менән әңгәмәлә Башҡортостан вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ФАПың эшен ойоштороу, тейешле ҡорамалдар һәм дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса фекер алышты.

Байым ауылы дауаханаһы 10-дан ашыу ауылды һәм өс меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Беренсе ҡатта поликлиника, икенселә - тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационар урынлашҡан. Радий Хәбиров дауаланыусылар менән аралашты, туҡланыу сифаты менән ҡыҙыҡһынды.

Асҡар үҙәк район дауаханаһы баш табибы Илгиз Килдейәров әйтеүенсә, бында орфан ауырыуҙары менән сирләгән 2 кеше дауалана. Әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында улар закон буйынса тәғәйенләнгән дарыуҙарҙы ала алмай. Республика етәксеһе төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығына тейешле саралар күреү буйынса күрһәтмә бирҙе.

***

Күсем руднигы ауылында төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы мәктәп автобусы водителе менән аралашты. Уның әйтеүенсә, яҡын арала урынлашҡан ауылдарҙан уҡыусыларҙы ике автобус хеҙмәтләндерә. Көн һайын улар 100 км юл үтә. Автобустар графикка ярашлы эшен башҡара, әммә береһен алмаштырыу талап ителә.

Радий Хәбиров район хакимиәте башлығына йыл аҙағына тиклем ауыл мәктәбен өр-яңы автобус менән тәьмин итеү бурысын  ҡуйҙы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter