Обычный вид

Яңылыҡтар

25.10.2018 16:25:00

Lasselsberger компанияһының ойоштороусыһы Йозеф Ласселсбергер менән эшлекле осрашыу

25 октябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Lasselsberger компанияһының ойоштороусыһы Йозеф Ласселсбергер менән осрашты. Яҡтар хеҙмәттәшлекте үҫтереү юлдарын, компанияның төбәк биләмәһендә инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу барышын тикшерҙе.

Әле Өфөлә керамика плиткалары етештереү буйынса Европала иң ҙур заводтарҙың береһе — Lasselsberger Ceramics эшләй. Уның йыллыҡ ҡеүәте – 10 миллион квадрат метр плитка. Йозеф Ласселсбергер әйтеүенсә, компания был күрһәткесте йылына 20 миллион квадрат метрға тиклем еткерергә ниәтләй. Киләһе йыл кәрәкле ҡорамалдарға заказ биреләсәк, ә төҙөлөш-монтаж эштәрен 2020 йылда тамамлау күҙаллана. Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә ошо инвестиция проектын өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индереү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте.

Бынан тыш, Әбйәлил районында компанияның тағы ла бер ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашырыла – ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары заводы төҙөлә.

— Был проект өсөн күп төбәктәр көрәште, әммә беҙ Башҡортостанда ҡалырға булдыҡ, — тине Йозеф Ласселсбергер. — Республика етәкселеге менән мөнәсәбәтебеҙ яҡшы. Бында хеҙмәттәшлек итергә, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе йылдам хәл итергә әҙер булыуҙарын күрәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, һеҙҙең республика - үҫеш өсөн уңайлы төбәк.

Бынан тыш, осрашыуҙа инвестиция килешеүенен тормошҡа ашырыу барышы, яҡтар йөкләмәләре тикшерелде. Атап әйткәндә, республика төҙөлөш ваҡытында объектты 2 Мвт күләмендә электр энергияһы менән тәьмин итте. Киләсәктә заводты 14 Мвт ҡеүәтле энергия менән тәьмин итеү, газ һуҙыу, автомобиль юлын төҙөү күҙаллана.

— Башҡортостанда сираттағы күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашырыуығыҙ яҡшы күренеш. Республикаға ышаныс белдереүегеҙ өсөн рәхмәтлемен, — тине Радий Хәбиров. — Башҡортостандың көньяҡ райондары күбеһенсә ауыл хужалығы тармағында эш алып бара, ә һеҙ унда яңы эш урындары булдыраһығыҙ һәм байтаҡ социаль мәсьәләләрҙе хәл итәһегеҙ. Аэропорттан  ҡатҡан һайын заводта ҙур хәрефтәр менән LASSELSBERGER тигән яҙыуҙы күрәм. Ошондай уҡ яҙыу оҙаҡламай Әбйәлил районында ла барлыҡҡа килер тип өмөтләнәм.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter