Обычный вид

Яңылыҡтар

24.10.2018 14:14:00

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары менән осрашыу

24 октябрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров  республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай етәкселеге, парламент комитеттары рәйестәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары менән осрашты.

– Һис шикһеҙ, парламент менән үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә эшләйәсәкбеҙ, – тип белдерҙе Радий Хәбиров. – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың даими ярҙамынан башҡа башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге һөҙөмтәле була алмай, бергә эшләү зарур.

Республика етәксеһе депутаттарҙы һайлауҙарҙы уңышлы үтеүҙәре менән ҡотланы һәм парламентта төрлө сәйәси партияларҙың тәҡдим ителеүен ыңғай күренеш булыуын билдәләне

– Һәр партия артында халыҡ тора. Был дөрөҫ һәм заманса, – тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров депутаттарҙы халыҡ менән тығыҙ бәйләшентә эшләү бурысын ҡуйҙы.

– Депутаттар граждандар менән әүҙем эш алып барыр тип ышанам, сөнки һеҙҙең аша уларҙан килгән мөрәжәғәттәрҙе алырға теләр инем, – тине ул. – Маҡсатыбыҙ бер – ул республиканы үҫтереү һәм халыҡ именлеге. Был уңайҙан бер-беребеҙҙе ишетербеҙ һәм аңларбыҙ, тип ышанам.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика парламентының закондар сығарыу эшмәкәрлеге, закондар сығарыу башланғыстары, халыҡ менән үҙ-ара бәйләнештәре тураһында һөйләне.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter