Обычный вид

Яңылыҡтар

23.10.2018 20:23:00

«Рәсәй лидерҙары» Бөтә Рәсәй идарасылар конкурсының ярымфиналына үтеүселәр менән осрашыу

23 октябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостандан «Рәсәй лидерҙары» конкурсында ҡатнашыусылар менән осрашты.

Радий Хәбиров ярымфиналсылар һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында тәүге бишәү исемлегендә булыуын белдерҙе. Уның әйтеүенсә, кадрҙар һәр ерҙә барыһын хәл итә һәм улар менән дөрөҫ эш итеү мөһим әһәмиәткә эйә. Хеҙмәт юлында идарасының намыҫлы һәм профессионал булыу төп шарттарҙың береһе һанала.

— Ҡаршылыҡ күрһәткәнгә таянырға мөмкин тигән фекер бар. Кешенең үҙ фекере булыу, уны кешеләргә аныҡ еткерә белеү мөһим, — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе фекеренсә, кеше әүҙем булғанда ғына уңышҡа ирешәсәк.

— Беҙҙең бурыс – кадрҙарҙы һаҡлау, — тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.

Конкурста ҡатнашыусылар эштәре тураһында һөйләне, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты, дәүләт идаралыҡ системаһына ҡушылырға әҙерлеген белдерҙе.

Белешмә өсөн:

«Рәсәй лидерҙары» конкурсы Рәсәй Президенты башланғысы буйынса ойошторолған «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» платформаһының флагман проекты булып һанала. Конкурстың маҡсаты – лидерлыҡ сифаттарына һәм идарасылыҡ комптенецияларына эйә етәкселәрҙе асыҡлау, үҫтереү һәм уларға булышлыҡ итеү. Конкурс әүҙем граждандар өсөн эшләүсе социаль лифттар булдырыуға өндәлгән. Былтыр конкурста 200 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter