Обычный вид

Яңылыҡтар

23.10.2018 18:30:00

Радий Хәбиров Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратын 230 йыллығы менән ҡотланы

23 октябрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратына 230 йыл тулыуға арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны.

– Мосолмандарҙың Үҙәк диниә назаратының 230 йыллығы – илебеҙҙең ижтимағи-рухи тормошонда әһәмиәтле ваҡиға. Рәсәй тотош донъяға төрлө конфессия вәкилдәренең татыулыҡта, берҙәмлектә йәшәү өлгөһөн күрһәтте, – тип билдәләне үҙенең сығышында Радий Хәбиров. – Ике быуаттан ашыу тарихҡа эйә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты илебеҙҙең 22 төбәгендәге диниә назараттарын, ике меңдән ашыу дини ойошманы берләштерә.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter