Обычный вид

Яңылыҡтар

23.10.2018 12:29:00

Радий Хәбиров белем биреү учреждениеларында террорға ҡаршы хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе

23 октябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белем биреү учреждениеларында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә арналған терроризмға ҡаршы комиссия ултырышын уҙғарҙы. Ултырышта республиканың дәүләт власы органдары вәкилдәре, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы, Башҡортостан прокуратураһы, Федераль именлек хеҙмәтенең төбәк идаралығы, Рәсәй гвардияһы, Тәфтиш комитеты, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре ҡатнашты.

— Яңыраҡ Керчта булған фажиғә барыбыҙ өсөн ҡурҡыныс һабаҡ һәм ошо эште көсәйтеү кәрәклеге тураһында иҫкәртеү булды. Енәйәтсе бинаға ҡаршылыҡһыҙ ҡорал, шартлатҡыс индереп 21 кешенең ғүмерен өҙҙө, уларҙың күбеһе – үҫмерҙәр, — тине Радий Хәбиров. — Хоҡуҡ һаҡлау органдары килеп сыҡҡан хәлде тикшерә. Беҙ үҙебеҙ өсөн һығымта яһарға, шул иҫәптән республикала ошондай фажиғә булмаһын өсөн төрлө саралар күрергә тейешбеҙ. Бындай осраҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл Стәрлетамаҡ мәктәбендә лә теркәлде. Бөтә кимәлдәге власть органдары, көс структуралары – беҙ республикала йәшәүсе һәр кеше ғүмере һәм һаулығы өсөн шәхсән яуаплыбыҙ.

Төбәк етәксеһе мәғариф объекттарын тикшергәндә асыҡланған мәсьәләләр ваҡытында хәл ителергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм залда ултырғандарға белем биреү ойошмалары видеокүҙәтеү камералары менән тулыһынса йыһазландырылмауына иғтибар итергә күрһәтмә бирҙе.

— Бөгөн белем биреү ойошмаларының өстән бер өлөшөндә тиерлек, ә ул меңдән ашыу, видеокүҙәтеү системаһы юҡ. Һуңғы биш йылда хәүефһеҙ белем биреү шарттары булдырыуға төрлө кимәлдәге бюджеттарҙан 1,5 млрд һумға яҡын аҡса бүленгән. Быйыл тағы 116 млн һум ҡаралған. Әммә ул әлегә етмәй, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.

Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәрен белем биреү объекттарының терроризмға ҡаршы талаптарын үтәүҙе контролдә тотоуҙы көсәйтеүҙәрен, шулай уҡ шәхси һаҡ предприятиеларының эшен анализлауҙарын һәм тәҡдимдәр әҙерләүҙәрен һораны.

— Шулай уҡ урындағы үҙидара органдары менән балалар булған, атыу, травматик һәм башҡа ҡоралдар теркәлгән ғаиләләр исемлеген әҙерләүҙе һорайым. Урындарҙа мәғариф бүлектәре ошондай мәғлүмәтте белергә, ә урындағы участковыйҙар ата-әсәләр менән ҡорал һаҡлау мәсьәләләре буйынса иҫкәртеү эштәре алып барырға тейеш, — тине Радий Хәбиров.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter