Обычный вид

Яңылыҡтар

22.10.2018 20:30:00

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп Рәйеф Әбдрәхимов тәғәйенләнде

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Указы менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп Рәйеф Әбдрәхимов тәғәйенләнде.

***

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының икенсе Указы менән Андрей Трухан үҙ теләге менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһынан бушатылды.

Белешмә өсөн:

Әбдрәхимов Рәйеф Рамаҙан  улы 1969 йылдың 13 октябрендә Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында тыуған. Өфө нефть институтын, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1993 йылда «Баштрансстрой» йәмғиәтенең 39-сы төҙөлөш поезды оҫтаһы булып башлаған.

1997 – 1998 йылдарҙа – Өфө ҡалаһы Совет районының торлаҡ- коммуналь хужалыҡ идаралығы етәксеһе урынбаҫары.

1998 – 2000 йылдарҙа – Өфө ҡалаһы Октябрь районының кадрҙар менән эш итеү буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары.

2012 – 2015 йылдарҙа – «Инвестиция капиталы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтеның идара итеү Рәйесе советнигы.

2016 – 2017 йылдарҙа – «Капитал» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры.

2017 – 2018 йылдарҙа – Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡала округы хакимиәтенең архитектура һәм төҙөлөш мәсьәләләре буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter