Обычный вид

Яңылыҡтар

22.10.2018 20:25:00

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп Ленара Иванова тәғәйенләнде

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Указы менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп Ленара Иванова тәғәйенләнде.

***

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының икенсе Указы менән Салауат Сәғитов һәм Фәнзил Сыңғыҙов үҙ теләктәре менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары вазифаларынан бушатылды.

Белешмә өсөн:

Иванова Ленара Хәким ҡыҙы 1968 йылдың 31 декабрендә Нефтекамала тыуған. Өфө авиация институтын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1990 йылда Өфө авиация институты студенттарының профком рәйесе урынбаҫары булып башлаған.

1991 – 1993 йылдарҙа – Башҡортостан Профсоюздар Федерацияһы Советының Мәҙәниәт һәм ял итеү үҙәге бүлеге мөдире.

1993 – 1996 йылдарҙа - Башҡортостан Профсоюздар Федерацияһы Советының социаль мәсьәләләр комиссияһы инструкторы.

1996 – 2002 йылдарҙа  - Башҡортостан Профсоюздар Федерацияһы Советының хоҡуҡ яҡлау бүлеге белгесе, инспекторы.

2002 – 2004 йылдарҙа - Башҡортостан Профсоюздар Федерацияһы Советының социаль-гуманитар мәсьәләләр бүлеге мөдире.

2004 – 2006 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы секретаре.

2006 – 2010 йылдарҙа - Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары.

2010 – 2017 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры.

2017 – 2018 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter