Обычный вид

Яңылыҡтар

22.10.2018 20:20:00

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп Илшат Тажетдинов тәғәйенләнде

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Указы менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп Илшат Тажетдинов тәғәйенләнде.

***

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының икенсе Указы менән Илшат Тажетдинов үҙ теләге менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе вазифаһынан бушатылды.

Белешмә өсөн:

Тажетдинов Илшат Азамат  улы 1969 йылдың 20 майында Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Иҡтисад фәндәр кандидаты.

Хеҙмәт юлын 1993 йылда Башҡорт дәүләт университетында башлаған.

1997 – 1998 йылдарҙа - Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының фәнни-эҙләнеү һәм мәғлүмәти-аналитика үҙәге хеҙмәткәре.

1998 – 2000 йылдарҙа - Башҡортостан Республикаһы Президентының мәғлүмәти-аналитика идаралығында иҡтисади үҫеш бүлеге белгесе, баш белгесе.

2000 – 2004 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының социаль өлкәне финанслау бүлегенең етәксе урынбаҫары, мәғариф, фән һәм мәҙәниәтте финанслау бүлеге начальнигы.

2004 – 2008 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең иҡтисади һәм социаль сәйәсәт идаралығы начальнигы.

2008 – 2010 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль казначейство идаралығы етәксеһенең урынбаҫары.

2010 йылда – Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад һәм финанстар буйынса беренсе проректоры.

2010 – 2018 йылдарҙа – Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе.

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған  иҡтисадсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған  иҡтисадсыһы. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter