Обычный вид

Яңылыҡтар

22.10.2018 20:15:00

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – республиканың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы итеп Илшат Фәзрахманов тәғәйенләнде

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Указы менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы итеп Илшат Фәзрахманов тәғәйенләнде.

***

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының икенсе Указы менән Илшат Фәзрахманов үҙ теләге менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры вазифаһынан бушатылды.

Белешмә өсөн:

Фәзрахманов Илшат Илдус улы 1977 йылдың 8 авгусында Әлшәй районының Торонтайыш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. Иҡтисад фәндәр кандидаты.

Хеҙмәт юлын 1999 йылда «Раевка шәкәр заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә баш бухгалтер урынбаҫары, бухгалтер-программист, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса генераль директор урынбаҫары булып башлаған.

2002 йылда – «БашАгроШәкәр» ауыл хужалығы предприятиеһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры.

2002-2003 йылдарҙа – «Лион-Агра» ойошмаһы директоры.

2003-2008 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Иҡтисад һәм социаль сәйәсәт идаралығы баш белгесе, консультанты, баш консультанты.

2008-2010 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Биләмәләр менән эш итеү һәм кадрҙар сәйәсәте идаралығының бүлек кәңәшсеһе.

2010-2012 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Контроль-аналитик идаралығының ифрастуктур үҫеш бүлеге мөдире.

2012 йылда – Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының агросәнәғәт комплексы үҫеше һәм тәбиғәттән файҙаланыу бүлеге мөдире.

2012-2015 йылдарҙа — Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының агросәнәғәт комплексы үҫеше һәм тәбиғәттән файҙаланыу департаменты директоры.

2015-2016 йылдарҙа – Дәүләкән районы хакимиәте башлығы.

2016-2017 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры.

2017 – 2018 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter