Обычный вид

Яңылыҡтар

22.10.2018 20:10:00

Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле – республика Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы итеп Фәрхәд Самедов тәғәйенләнде

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Указы менән Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп Фәрхәд Самедов тәғәйенләнде.

***

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының икенсе Указы менән Фәрхәд Самедов үҙ теләге менән Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһынан бушатылды.

Белешмә өсөн:

Самедов Фәрхәд Астан улы 1959 йылдың 23 апрелендә Грузин ССР-ының Гардабани ҡалаһында тыуған. В.В. Куйбышев исемендәге Мәскәү инженер-төҙөлөш институтын тамамлаған. Техник фәндәр кандидаты.

Хеҙмәт юлын 1982 йылда Әзербайжан ССР-ы Сәнәғәт төҙөлөшө министрлығының 7-се тресында инженер, унан һуң өлкән инженер булып башлаған.

1985-1994 йылдарҙа – В.А. Кучеренко исемендәге Үҙәк төҙөлөш конструкциялары ғилми тикшеренеү институты инженеры, ғилми хеҙмәткәре, өлкән ғилми хеҙмәткәре.

1994–1998 йылдарҙа – «Эксимер» ғилми-етештереү предприятиеһының генераль директоы урынбаҫары.

1999–2002 йылдарҙа – «Юсти-банк» акционерҙар коммерция банкында ҡиммәтле ҡағыҙҙар бүлеге начальнигы урынбаҫары.

2002 йылда – «Мәғлүмәт технологиялары институты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә лаборатория етәксеһе.

2002–2003 йылдарҙа – «Петротэк-холдинг» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең беренсе вице-президенты.

2003–2005 йылдарҙа – «Каустик» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының беренсе урынбаҫары, генераль директоры.

2005–2007 йылдарҙа – «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.

2007 йылда – «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры советнигы.

2008–2009 йылдарҙа – «Башхим» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры советнигы.

2010–2015 йылдарҙа – «Башнефть» компанияһының Директорҙар советы рәйесе советнигы, нефть химияһы департаменты директоры.

2016 йылда – «Берләштерелгән нефть химияһы компанияһы» акционерҙар йәмғиәте президенты.

2017 – 2018 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары.

2018 йылда - Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары.

Рәсәй Федерацияһының почетлы химигы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter