Обычный вид

Яңылыҡтар

22.10.2018 14:18:00

Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә үткәрҙе

22 октябрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә уҙғарҙы. Унда төбәкте социаль-иҡтисади үҫтереү, медицина ярҙамы һәм пассажирҙарҙы ташыу системаһын үҙгәртеп ҡороу мәсьәләләре тикшерелде.

Кәңәшмә башында республика етәксеһе төбәк Хөкүмәте составындағы үҙгәрештәргә туҡталды.

– Миңә Премьер-министр етәкселегендә Хөкүмәт ағзалары отставкаға сығыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Рөстәм Хәбиб улының Премьер-министр сифатында эшен дауам итеүен һораным. Һигеҙ вице-премьерҙың отставкаһын ҡабул иттем, – тине Радий Хәбиров. – Бындай уйланылған ҡарар уларҙың өлгөрөп еткән етәкселәр булыуын күрһәтә.

Республика етәксеһе хәбәр итеүенсә, Илшат Тажетдинов, Фәрхәд Самедов һәм Илшат Фәзрахманов вазифаларын ваҡытлыса башҡарасаҡ. Был хаҡта тейешле указға ҡул ҡуйылған. Райеф Әбдрәхимов торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт, төҙөлөш һәм архитектура мәсьәләләрен көйләү буйынса вице-премьер итеп тәғәйенләнде. Хәүефһеҙлек мәсьәләләре, хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы көрәш һәм мобилизация әҙерлеге менән Арутр Әхмәтханов шөғөлләнәсәк. Социаль мәсьәләләр буйынса Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы  итеп Ленара Иванова тәғәйенләнде.

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу министрҙың беренсе урынбаҫары Юрий Мельниковҡа йөкмәтелде.  Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығын Олег Полстовалов етәкләйәсәк.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter