Обычный вид

Яңылыҡтар

19.10.2018 19:42:00

Тимербулат Кәримов менән эшлекле осрашыу

 19 октябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Мостай Кәрим исемендәге Фондтың ойоштороусыһы Тимербулат Кәримов менән осрашты.

Осрашыуҙа 2019 йылда Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә башҡорт  әҙәбиәте классигының тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сараларға әҙерлек барышы тикшерелде.

Тимербулат Кәримов төбәк етәксеһен «Мостай. Бер ҡасан да булмаған интервью» китабы менән таныштырҙы. Баҫма беренсе тапҡыр 2018 йылдың июнендә Мәскәүҙә «Ҡыҙыл майҙан» Бөтә Рәсәй китап фестивалендә тәҡдим ителде.

– Яҙмыш ҡушыуы буйынса, Мәскәүҙә булғанда Һеҙҙең менән бергә эшләнек, осрашҡанда  республика, уның мираҫы тураһында уйландыҡ. Беҙҙең һуңғы осрашыу Ҡыҙыл майҙанда иҫ киткес китаптар менән таныштырыу сараһында үтте. Хәҙер беҙ Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған юбилей саралары алдында торабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Мостай Кәрим – илебеҙ, халҡыбыҙ тарихында иҫ китмәле шәхес. Минең өсөн ул Уҡытыусы, юғары әхлаҡлылыҡ өлгөһө ине. Көсөбөҙҙө берләштереп, халыҡ Мостафа Сафа улының әҙәби мираҫында тәрбиәләнһен, уны үҫтерһен өсөн барлыҡ көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ.

Тимербулат Кәримов Радий Хәбировҡа ярҙамы өсөн рәхмәтен белдерҙе.

– Һеҙҙең менән Мостай Кәримдең тыуған көнө алдынан осрашыуыбыҙ айырыуса мөһим. Ғаиләбеҙ һәм Мостай Кәрим исемендәге Фонд исеменән ауыр ваҡыттарҙа беҙҙең менән булғанығыҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм, – тип белдерҙе Тимербулат Кәримов. – Мостайҙың исеме, уның ижади һәм, иң мөһиме, мәҙәни, әхлаҡи мираҫы республика башланғыстарына нигеҙ булыр тип ышанам.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter