Обычный вид

Яңылыҡтар

20.10.2018 17:16:00

Радий Хәбиров: «Мостай Кәрим һәр ҡайһыбыҙҙың йөрәк түрендә йәшәй»

20 октябрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл тулыу уңайынан тантаналы сарала ҡатнашты һәм һәйкәленә сәскәләр һалды.

Сарала Мостай Кәримдең ғаилә ағзалары, Союз дәүләтенең дәүләт секретары Григорий Рапота, Әзербайжандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Полад Бюльбюль-Оглы, Ҡырғыҙ милли университеты ректоры советнигы Калнур Ормушев, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йылы һүҙҙәрен еткерҙе, хәтирәләре менән уртаҡлашты.

— Мостай Кәрим – башҡорт халҡының бөйөк улы, – тине республика етәксеһе. – Уның менән бер ерҙә йәшәгәнмен менән бәхетлемен. Мостай ағай кәңәштәренән айырманы, уның әйткән һүҙҙәренә, оло тәжрибә өлгөһөнә таянып йәшәнем. Ул һәр саҡ үҙ халҡы менән бергә булды.

   ***

Быйыл Мостай Кәрмдең тыуыуына 99 йыл тулды.

— Атайыбыҙ күптән арабыҙҙа юҡ, әммә ул беҙҙе, туғандарын, дуҫтарын, уның талантын үҙ итеүселәрҙе тағы ла бер-береһенә яҡыныраҡ итә, барығыҙға ла уның ижадын яратҡанығыҙ, хөрмәт иткәнегеҙ өсөн рәхмәт, — тине, байрам ҡунаҡтарына мөрәжәғәт итеп, шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова.

Союз дәүләтенең дәүләт секретары Григорий Рапота белорус телендә Мостай Кәримдең китабы баҫыуға әҙерләнеүе хаҡында хәбәр итте.

Тантаналы сарала Рәсәй мәҙәниәт министры Владимир Мединскийҙың телеграммаһы уҡылды. Мәҙәниәт министры һүҙҙәренсә, Мостай Кәрим илдең мәҙәниәте тарихында ғүмерлеккә үҙ урынын алды.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter