Обычный вид

Яңылыҡтар

21.10.2018 14:44:00

Бәләбәй һәм Благовар райондарына эш сәфәре

21 октябрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бәләбәй һәм Благовар райондарына эш сәфәре бырышында социаль һәм инфраструктура объекттарын ҡараны, муниципалитет етәкселәре менән биләмәләрҙе үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

***

Бәләбәйҙә төбәк етәксеһе бала табыу йортон ҡараны. Унда капиталь ремонт күптән башланһа ла, әле һаман тамамланмаған.

1984 йылда файҙаланыуға тапшырылған дүрт ҡатлы бинаның майҙаны 4,9 мең квадрат метр тәшкил итә. Район хакимиәте һәм Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы комиссиялары ҡоролманы техник тикшергәндән һуң инженер коммуникацияларын тулыһынса алмаштырыу һәм капиталь төҙөкләндереү үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Республика бюджетынан бүленгән аҡсаға 2012-2013 йылдарҙа ағас тәҙрәләр алмаштырылған, металл ишектәр ҡуйылған, лифт яңыртылған. Социаль маҡсатлы программалар фонды иҫәбенә 2014 йылда ҡыйыҡ, елләтеү системаһы һәм дүртенсе ҡаттағы сантехник ҡорамал ремонтланған. Подрядсы тарафынан капиталь ремонт сифатһыҙ башҡарылған. Шуға күрә бина әле һаман файҙаланыуға тапшырылмаған.

Әлеге ваҡытта бала табыу бүлеге Приют ҡасабаһында урынлашҡан, ҡатын-ҡыҙҙарҙы Октябрьскийға һәм Өфөгә, шулай уҡ Бишбүләккә ебәрәләр.

Радий Хәбиров дауахана етәкселеге менән объектты сафҡа индереү ваҡытын тикшерҙе. Бәләбәй үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рөстәм Ишмурзин әйтеүенсә, әлеге ваҡытта проект-смета документацияһы әҙерләнә, йыл аҙағына тиклем ул экспертиза үтергә тейеш, 2020 йылдың беренсе кварталында бала табыу йорто эшләй башлаһын өсөн апрелдә ремонт эштәренә тотоноу күҙаллана.

–  Мин һеҙгә 2019 йылдың аҙағына тиклем эштәрҙе тамамлау бурысын  ҡуям, – тине төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. – Сифатлы эшләгән подрядсыларҙы табығыҙ. Финанслау буйынса тейешле күрһәтмә бирермен.

***

Артабан  Радий Хәбиров Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Республика етәксеһе һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эшен ойоштороу буйынса бик күп ялыуҙар алыуын билдәләне һәм пациенттарҙың сиратта ултырыу ваҡытын ҡыҫҡартырға ҡушты.

Радий Хәбиров кардиология һәм педиатрия бүлектәрен ҡараны, унда дауаланған пациенттар менән аралашты, туҡланыуҙы ойоштороу, дарыуҙар һәм кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин ителеүе менән ҡыҙыҡһынды, уларҙың фекерҙәрен һәм теләктәрен тыңланы.

***


Бәләбәй балалар йортонда республика етәксеһе педагогтар һәм тәрбиәләнеүселәр менән осрашты, уларҙың йәшәү шарттары менән танышты.

Директор вазифаһын башҡарыусы Наталья Николаева әйтеүенсә, балалар йорто 40 йылдан ашыу эшләп килә. Бөгөн унда республиканан 20 бала тәрбиәләнә. Уҡыусылар ҡала мәктәптәренең береһендә белем ала. Радий Хәбиров балаларҙың уҡыуҙағы уңыштары, буш ваҡыттарын нисек үткәреүҙәре һәм киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһынды.

                                                                    ***

Благовар районында Радий Хәбиров Мирный ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктында булды. ФАП 55 квадрат метрлыҡ кирбес бинала урынлашҡан, газ менән йылытыла. Совхоз ҡарамағындағы бина хәҙер Һаулыҡ һаҡлау министрлығына тапшырылған.

ФАП мөдире Наталья Каталевич әйтеүенсә, бында йылына бер меңгә яҡын кешегә беренсе медик-санитар ярҙам күрһәтелә. Пункт медицина ҡорамалдары, дарыуҙар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Штатта ике кеше иҫәпләнә.

Республика етәксеһе медицина ярҙамы сифаты хаҡында ҡыҙыҡһынды. Район хакимиәте башлығы Юрий Коземаслов мәсьәләнең яйға һалынғанлығын, фельдшер-акушерлыҡ пунктына ҡараған ауылдың дүрт саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡанын хәбәр итте. Белгестәрҙән консультация алыу, стоматолог хеҙмәте, анализдар тапшырыу, өҫтәмә тикшеренеү үтеү өсөн пациенттар райондың үҙәк дауаханаһына ебәрелә.

Матди-техник хәлгә килгәндә, Наталья Каталевич төбәк мәғлүмәти-аналитик медицина системаһы менән тоташыр өсөн итернерт селтәренә инеү мөмкинлеге биргән компьютер кәрәклеген белдерҙе. Радий Хәбиров муниципалитет етәксеһенә мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә күрһәтмә бирҙе. 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter