Обычный вид

Яңылыҡтар

18.10.2018 22:11:00

Радий Хәбиров халыҡҡа медицина ярҙамын күрһәтеү һәм уның сифаты мәсьәләләренә арналған кәңәшмә уҙғарҙы

18 октябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров халыҡҡа медицина ярҙамын күрһәтеү һәм уның сифаты мәсьәләләренә арналған кәңәшмә уҙғарҙы. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, муниципалитет башлыҡтары, һаулыҡ һаҡлау учреждение етәкселәре, белгестәр һәм тармаҡ ветерандары ҡатнашты.

Һаулыҡ һаҡлау системаһында матди базаны үҫтереү, тейешле медицина кадрҙары әҙерләү, дарыуҙар тәьминәте, хеҙмәткәрҙәрҙең коммуникация мәҙәниәтен арттырыу темалары тикшерелде.

— Һаулыҡ һаҡлауҙа проблемалар барлығы ап-асыҡ. Һәр аҡыллы фекер йөрөтөүсе кеше быны аңлай. Улар мине, халыҡты борсой. Сер түгел - минең бөтә төр коммуникацияларҙағы почта ялыуҙар һанынан һәм кешеләрҙең төрлө рәнйеүҙәренән шартлап бара, — тине Радий Хәбиров. — Был мәсьәләләр менән мин, һис шикһеҙ, шөғөлләнәсәкмен. Миңә тиклем эшләнгән башланғыстарҙы дауам итербеҙ. Нимәнелер, бер һүҙһеҙ, төҙәтербеҙ.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар медицина учреждениелары селтәрен – ҙур республика объекттарынан яңы торлаҡ комплекстарындағы поликлиникаларға һәм муниципаль райондарҙағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарына тиклем үҫтереү, уларҙы тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырыу, иҫкергән һәм ваҡыты уҙған аппаратураларҙы яңыртыу кәрәклеген билдәләне.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, республикала юғары квалификациялы медицина кадрҙары әҙерләү һәм уларҙы эшкә урынлаштырыу – мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Белгестәр йәлеп итеү, улар өсөн тейешле шарттар булдырыу мәсьәләләре менән туранан-тура муниципалитет башлыҡтары һәм баш табиптар шөғөлләнә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы медицина хеҙмәткәрҙәренең мәҙәниәтен арттырыу мөһимлеген билдәләне.

—Табиптар, медицина хеҙмәткәрҙәрҙең байтаҡ өлөшө – намыҫлы, яҡшы кешеләр. Икенсе яҡтан, беҙ уларҙың ғәмһеҙ тотҡан осраҡтары менән осрашабыҙ, — тине Радий Хәбиров. — Быны тамырынан юҡҡа сығарасаҡмын. Ул тәрбиәүи өлкәлә булған ҙур проблема.

Фекер алышыу барышында белгестәр һәм тармаҡ ветерандары төбәк етәксеһенә республика халҡына медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын арттырыу ысулдарына ҡарата үҙ фекере менән уртаҡлашты.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter