Обычный вид

Яңылыҡтар

15.10.2018 21:40:00

Рафаэль Яппаров Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Указы менән Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыу һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Рафаэль Яппаровҡа йөкмәтелде.

***

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының икенсе Указы менән Әнүәр Бакиров үҙ теләге буйынса Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһынан бушатылды.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter