Обычный вид

Яңылыҡтар

15.10.2018 13:29:00

Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә үткәрҙе

15 октябрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә уҙғарҙы. Унда төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше, транспорт һәм социаль инфраструктура, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре ҡаралды.

Атап әйткәндә, республика етәксеһе Өфө ҡалаһында йәмәғәт транспорты һәм законһыҙ автобус маршруттарын хеҙмәтләндереү өлкәһендә иғтибарҙы көсәйтергә саҡырҙы.

– Күпме ваҡыт талап ителә? Мин халыҡҡа башҡа рөхсәтһеҙ эшләгән водителдәр булмаясағын белдерҙем, – тине Радий Хәбиров Өфө ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Салауат Хөсәйеновҡа.

Шулай уҡ яңы төҙөлгән биҫтәләр халҡы өсөн социаль инфраструктура объекттары етешмәүе хаҡында ла һүҙ барҙы. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы әйтеүенсә, поликлиникалар һәм башҡа социаль объекттар төҙөлөшөнә инвесторҙар ҙа үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Илдең алдынғы төбәктәрендә был – ғәҙәти ғәмәл.

Кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге етешһеҙлектәр төп темаларҙың береһенә әүерелде. Радий Хәбиров  онкология һәм кардиология диспансерҙарының яңы биналар төҙөлөшөн  оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа ҡушты. Бынан тыш, медицина кадрҙарына ҡытлыҡ, халыҡтың ташламалы категориялары өсөн дарыуҙар һатып алыу мәсьәләһе тикшерелде. 

– Күп кенә төбәктәр өсөн педиатрҙар, отоларингологтар, невропатологтар етешмәүе – ғәҙәти күренеш. Был аңлашыла, әммә ошо мәсьәлә менән шөғөлләнергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Электрон почтаға кешеләрҙең тәүлектәр, аҙналар дауамында табипҡа эләгә алмайынса үлеүе тураһындағы хәбәрҙәр килә икән, был – енәйәтселек.

Кәңәшмә аҙағында төбәк етәксеһе яуаплыларға мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итеү буйынса тейешле саралар ҡабул итеү тураһында күрһәтмәләр бирҙе.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter