Обычный вид

Яңылыҡтар

14.10.2018 17:40:00

Радий Хәбиров Өфө дәүләт нефть техник университетының йәштәр технопаркында булды

14 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфө дәүләт нефть техник университетының йәштәр технопаркында булды. 

Уҡыу йорто ректоры Рәмил Бәхтизин әйтеүенсә, бында һәләтле инженерҙарҙы эҙләп табып, уларҙы вузға ингәнгә тиклем үк әҙерләү, уҡытыу, һөнәри һәм инновациялы мөхиткә йәлеп итеү алып барыла. Технопаркта 3D-моделләү, прототиплау, робот техникаһы, виртуаль ысынбарлыҡ технологияһы, электроника нигеҙҙәре кеүек алдынғы фәндәр өйрәнелә. 
 
Төбәк етәксеһе йәш тикшеренеүселәр менән аралашты, уларҙың киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһынды, фәнни-техник ижадта уңыштар теләне. Шулай уҡ юғары уҡыу йорто ректоры менән бергә университетты тамамлаусылар аллеяһын ҡарап сыҡты. 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter