Обычный вид

Яңылыҡтар

14.10.2018 16:53:00

Радий Хәбиров «Башнефть» нефть эшкәртеү комплексы эшмәкәрлеге менән танышты

14 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың төп компанияһы һаналған «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте эшмәкәрлеге менән танышты. 

Әле комплекс 23,5 миллион тонна ҡеүәткә эйә булған өс етештереү майҙансығын үҙ эсенә ала: «Башнефть-ӨНЭЗ», «Башнефть-Новойл», «Башнефть-Өфөнефтехим». «Новойл»да төбәк етәксеһе Рәсәйҙә водород етештереү буйынса иң ҙур ҡулайламаны ҡарап сыҡты. Операторҙар бүлмәһендә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы предприятие хеҙмәткәрҙәре менән аралашты, уларҙың ниндәй юғары уҡыу йорттарын тамамлауы менән ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса, бөтә белгестәр ҙә Башҡортостанда белем алған. 

– Ҡыуаныслы хәл, – тине Радий Хәбиров. 

Төбәк етәксеһе шулай уҡ Экология йылына ярашлы төҙөлгән биологик таҙартыу ҡоролмалары майҙансығында булды. Улар «Башнефть», «Өфөоргсинтез» заводтарының, «Черкассы» нефть һурҙырыу станцияһының, Өфөнөң төньяҡ сәнәғәт узелындағы предприятиеларҙың бысраҡ һыуҙарын таҙартыу өсөн тәғәйенләнгән.

Проектың дөйөм хаҡы – 11 млрд һум.  Уны төҙөүҙә 4 меңдән ашыу ҡорамал ҡулланылған, шуларҙың 70 проценттан ашыуы Рәсәйҙә етештерелгән.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter