Обычный вид

Яңылыҡтар

11.10.2018 19:58:00

Рөстәм Хәмитов ваҡытынан алда вазифаһын бушатыуы тураһында белдерҙе

11 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика граждандарына мөрәжәғәт итеп, вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында иғлан итте.

— Хөрмәтле республика халҡы! Хөрмәтле коллегалар! Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһында минең эшем тамамлана. Мин Рәсәй Федерацияһы Президентына мине оставкаға сығарыу үтенесе менән мөрәжәғәт иттем, — тиелә белдереүҙә. — Был минең шәхси ҡарарым. Ул бар яҡтан да уйлап ҡабул ителгән. Сәбәбе шунда: мин 2019 йылда республика Башлығын һайлауҙа ҡатнашмаясаҡмын, ҡануниәткә ярашлы ундай мөмкинлегем булһа ла. Минең ҡарашҡа, оло йәштәге төбәк етәкселәре эшмәкәрлеген тамамлау тураһында ҡарарҙы ваҡытында ҡабул итергә тейеш. Башҡортостан кеүек, Федерация төбәге Башлығы эше ҙур тырышлыҡ, көс, яңы идеялар талап итә. Бындай эшкә тәү сиратта яңы, йәш быуындың көсө етә. Хәҙерге донъяла үҙгәрештәр тиҙ бара, уларға, шул иҫәптән кадрҙар сәйәсәтенә ярашлы булырға кәрәк. Ни өсөн мин яҙын түгел, ә хәҙер эштән сығырға булдым? Яңы командаға эш менән танышыу, республика халҡының абруйын яулау, 2019 йылдың сентябрендә уҙасаҡ һайлауҙарға әҙерләнеү өсөн ваҡыт кәрәк. Әле уҡ киләһе алты йылға ил Президенты ҡуйған бурыстарҙы үтәү буйынса эште төҙөү мотлаҡ.

Хөрмәтле ватандаштар!

— Һигеҙ йыл дауамында  ярҙамығыҙҙы тойоп эшләнем. Шуның өсөн һеҙгә айырым рәхмәт. Минең өсөн халыҡ мәнфәғәте һәр ваҡыт өҫтөн булды. Мин кешеләр, һеҙҙең өсөн эшләнем, хөрмәтле республика халҡы. Намыҫлы хеҙмәт иттем һәм бер ҡасан да үҙемә закондар сиген үтергә мөмкинлек бирмәнем, — тине Рөстәм Хәмитов. — Имеш-мимештәр, ҡайһы берҙә ялған яңылыҡтар һәр ҙур етәксене эҙәрләй. Донъя шулай ҡоролған һәм уны бер нимә эшләтеп булмай. Әммә мин эшмәкәрлегемдә тик намыҫлылыҡҡа, ғәҙеллеккә һәм яуаплылыҡҡа таянып эш иттем. Һәр республикала йәшәүсене, уның фекерен, хоҡуҡтарын ихлас ихтирам итәм. Был минең эш нигеҙем. Күптәрегеҙ менән шәхсән йә иһә йыйылыштарҙа, форумдарҙа, байрамдарҙа осраштым. Миңә һеҙҙе күреү, тыңлау һәм һеҙҙең менән аралашыу һәр саҡ ҡыуаныс килтерҙе. Мин һәр саҡ һеҙҙең изге һүҙегеҙҙе һәм ярҙам итеү теләгегеҙҙе, ярҙамсыл һәм асыҡ булыуығыҙҙы ҡәҙерләнем. Ошо эш тамамланғас та мин осрашыуҙар, әңгәмәләр һәм бәйләнештәр өсөн асыҡ буласаҡмын. Минең фекерем йәки кәңәшем кәрәк булһа, ҙур ҡыуаныс менән уртаҡлашырға әҙермен. Осрашыуҙар кәрәк булһа, саҡырығыҙ – килермен. Күп нәмәләр эшләнде, әммә алда яңы маҡсаттар һәм бурыстар. Барыһы өсөн дә рәхмәт.  Мин бөтәгеҙҙе лә хөрмәт итәм һәм яратам. Рәхмәт!

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter