Обычный вид

Яңылыҡтар

09.10.2018 17:30:00

Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте

9 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Төбәк етәксеһе республикала йәшәүселәр менән һаулыҡ һаҡлау, балалар ялын ойоштороу, юл инфраструктураһын үҫтереү, велоспортты популярлаштырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Мәҫәлән, йәштәр йәмәғәт ойошмаһы вәкиле Ишембай районында йәйге балалар лагерының эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, артабанғы үҫеше өсөн ойоштороу өлкәһендә булышлыҡ итеүҙе һораны.

Өфө ғалимы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Атап әйткәндә, дауалау һәм санатор-курорт учреждениеларында медицина хеҙмәттәрен диверсификациялау темалары өйрәнелде.

Нуғай ауылында йәшәүсе Өфөнөң Зинин ҡасабаһы эргәһендә транспорт сиселешен проектлау һәм төҙөү тураһында һорауҙы күтәрҙе. Республика Башлығы проект эшләүгә Башҡортостандың Юл хужалығы буйынса эксперт советының бюджеттан аҡса бүлеүҙе раҫлауын билдәләне. Проектлауҙы 2019 йылда тамамлау күҙаллана.

Башҡортостан Велосипедсылар союзы рәйесе Регина Билалова һәм ойошманың башҡарма директоры Станислав Сырыгин Рөстәм Хәмитовҡа Башҡортостанда «Велореспублика» форумын уҙғарыу башланғысы менән мөрәжәғәт итте. Муниципаль район һәм ҡала округтары етәкселәре өсөн сараны 2018 йылдың декабрендә ойоштороу күҙаллана. Форум программаһына күмәк велосипед спортын популярлаштырыуға арналған лекциялар һәм практик фекер алышыуҙар инә.

Граждандарҙы ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан Хөкүмәтенә, республика министрлыҡтарына һәм ведомстволарына, шулай уҡ муниципалитет башлыҡтарына тейешле күрһәтмәләр бирелде.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter