Обычный вид

Яңылыҡтар

09.10.2018 20:20:00

Рөстәм Хәмитов 2018 йыл өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын тапшырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Быйылғы лауреаттар:

— «Ғәмәл дәфтәре» шиғырҙар һәм поэмалар китабы өсөн яҙыусы, «Ағиҙел» әҙәби-нәфис һәм публицистик журналының проза бүлеге мөхәррире Салауат Әбүзәров;

 — «Арҡайым» балеты өсөн композитор, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының композиция кафедраһы мөдире Ләйлә Исмәғилева һәм «Кремль балеты» театрының художество етәксеһе — баш балетмейстеры Андрей Петров;

 — һынлы сәнғәт өлкәнһендә «Салауат күпере» ижади проекты өсөн рәссам, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Рифҡәт Арыҫланов.

 Белешмә өсөн:

Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы 1967 йылда ойошторола һәм Башҡортостандың художество мәҙәниәтенең алтын фондына ингән әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр һәм эштәр өсөн бирелә. Премия ике йылға бер тапҡыр тапшырыла. Премияның 50 йылдан ашыу тарихы эсендә 140-тан ашыу кеше һәм бер ижади коллектив уның лауреаттары булды. Улар иҫәбендә – яҙыусылар һәм шағирҙар Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Баязит Бикбай, Сәғит Ағиш, композиторҙар Заһир Исмәғилев, Нариман Сабитов, рәссамдар Александр Тюлькин, Борис Домашников, Әхмәт Лотфуллин, шулай уҡ Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм башҡалар.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter