Обычный вид

Яңылыҡтар

03.10.2018 15:15:00

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеттары етәкселеге менән эшлекле осрашыу

3 октябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай етәкселеге, парламент комитеттары рәйестәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары менән осрашты.

— Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа биш йыллыҡ ҙур эш башлана. Ул республика, халыҡ, шул иҫәптән һеҙҙең өсөн яуаплы, мөһим мәл. Һис шикһеҙ, беҙгә, нимә эшләргә кәрәклеген аңлап, дөрөҫ башлап ебәреү мөһим, — тине төбәк етәксеһе.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республика халҡының үҙаң үҫеше, власть структураларына, тормош сифатына ҡарата талаптарҙың артыуы яңы саҡырыуҙар булдыра.

 — Парламент — халыҡ эргәһендә даими булырға, тормоштоң ыңғай һәм кире яҡтарын күрергә, кире яҡтары яйлап ыңғайға әйләнһен өсөн эшләргә тейеш власть органы ул. Бында һис бер арттырыу юҡ, — тип айырып әйтте Башҡортостан Башлығы. — Һеҙҙең бурыс – ҡануниәтте, формаль, тик процесҡа йүнәлтелгән итеп түгел, тормош ысынбарлығына ярашлы, ул ысынында тормош талаптарына яуап бирерлек итеп көйләү.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, республикала ҡануниәт уратып алмаған өлкәләр байтаҡ. Һүҙ ирекмәнлек хәрәкәте, ғаилә эшҡыуарлығы, кооперация һәм башҡалар тураһында бара.

— Халҡыбыҙ тыныс, ғәҙәти, фәһемле эшләй алһын өсөн яңынан ҡарарға, асырға, тәртипкә килтерергә кәрәк өлкәләр һәм йүнәлештәр бар, — тине республика етәксеһе. — Һеҙ яуаплы, ҡатмарлы участкаларҙа эшләйәсәкһегеҙ. Һеҙҙе был эшкә тулыһынса бирелеп эшләргә саҡырам. Парламентта эш – бик ҡатмарлы, яуаплы. Уның һөҙөмтәһенән республикабыҙ именлеге тора.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter