Обычный вид

Яңылыҡтар

04.10.2018 21:36:00

Башҡортостан сәнәғәт комплексының «Газпром» менән үҙ-ара килешеп эш итеүе буйынса юл картаһына ҡул ҡуйылды

4 октябрҙә VIII Петербург халыҡ-ара газ форумында «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостандың сәнәғәт комплексы менән үҙ-ара килешеп эш итеүе буйынса юл картаһы төҙөлдө. Документты Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров һәм компания Идараһы рәйесе Алексей Миллер ҡул тамғалары менән нығытты.

Юл картаһы импортты алмаштырыу сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа һәм яңы юғары технологик ҡорамалдар етештереүҙе үҙләштереүҙә «Газпром» йәмғиәте өсөн һатып алыуҙарға Башҡортостан ойошмаларының сәнәғәт һәм ғилми-техник продукцияларын, продукттарын һәм хеҙмәттәрен һатып алыу һөҙөмтәлелеген һәм асыҡлығын күтәреүҙе тәьмин итә. Планлаштырылған саралар 2018-2021 йылдарҙа ғәмәлгә ашырыласаҡ.

Документ компания объекттарында ҡулланылған илебеҙ юғары технологик продукцияһы өлөшөн арттырыуҙы, «Газпром» стандарттары һәм Рәсәй Федерацияһы милли стандарттары буйынса талап ителгән һатыуға сығарылған продукцияның сифатын тәьмин итеүҙе, Рәсәй етештереүселәренең конкуренцияға һәләтле телекоммуникация ҡорамалдарын үҙләштереүҙе, шулай уҡ газ-мотор яғыулығы сифатында шыйыҡландырылған тәбиғи газды ҡулланыу проекттары инфраструктураһын үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

Юл картаһы сиктәрендә импортты алмаштырыуҙа «Полигон» һәм «Салаватнефтемаш» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре менән берләштерелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу күҙаллана.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ форумдың махсуслаштырылған күргәҙмә экспозицияһы менән танышты. Рөстәм Хәмитов тәҡдим ителгән продукцияны ҡараны, етештереүҙе үҫтереү һәм диверсификациялау мөмкинлектәрен тикшерҙе.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter